Химчистка һәм кер йыуыу хеҙмәтенә ихтыяж кәмемәй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, күп кенә предприятиелар, завод-фабрикалар Башҡортостанға күсерелә, шулай уҡ яңылары ла барлыҡҡа килә. Нәҡ шул осорҙа, 1943 йылдың сентябрендә, баш ҡалала “Өфөхимчистка” предприятиеһына ла нигеҙ һалына. Унда Америка Ҡушма Штаттарында етештерелгән, бензин яғыулығында эшләгән “Гофман” маркалы ике химик таҙартыу машинаһын ҡуйып, ете кеше танк ғәскәрҙәренең форма кейемен таҙарта.
Һуғыштан һуң цех ябыла, уның урынына артель асыла. Объекттың социаль мөһимлеген иҫәпкә алып, власть органдары уны ҡурсауға ала, шулай итеп, химик таҙартыу хеҙмәте әүҙемләшеп, предприятие күп функциялы компанияға әйләнә. Хәҙер уны Өфө халҡы ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла беләләр.
Бөгөн “Өфөхимчистка” йәмғиәте республика һәм ил кимәлендә иң ҡеүәтле ойошмаларҙың береһе һанала. Тотороҡло һәм йылдам үҫешә, ҡулланыусыларҙың ихтыяжын ышаныслы атҡара. Предприятиела үҙ бурысын яҡшы белгән һәм химик таҙартыу, буяу, йыуыу хеҙмәте тармағында бай тәжрибә туплаған берҙәм коллектив эшләй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн 18 кеше Хөкүмәт наградалары – орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, 27 кешегә – “Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү отличнигы”, дүрт кешегә “РСФСР-ҙың атҡаҙанған көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр тапшырылған.
Предприятиеның ҡабул итеү пункттары, салондары һәм оҫтаханалары селтәре миллионлы баш ҡалабыҙҙы хеҙмәтләндереүгә өлгәшә. Алдынғы технологиялар һәм юғары квалификациялы персонал химик таҙартыу һәм кейем буяу, кер йыуыу, мамыҡ һәм келәм әйберҙәрҙе таҙартыу, төрлө изделиеларҙы дезинфекциялау, кейем тегеү һәм ремонтлау буйынса 87 төрҙән ашыу хеҙмәт күрһәтә.
“Өфөхимчистка” йәмғиәтенә юғары категориялы ике кер йыуғыс, химчистка һәм буяу цехы, мамыҡ һәм келәм кеүек әйберҙәрҙе таҙартыу участкалары, ҡорамалдарҙы ремонтлау, монтажлау һәм көйләү буйынса электр-механик цех ҡарай. Предприятиеның етештереү цехтары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар әйберҙәрҙе сифатлы таҙартыу, йыуыу һәм эшкәртеү мөмкинлеген бирә. Химик таҙартыу һәм йыуыу ваҡытында экологик яҡтан зыяны булмаған яңы быуын көнкүреш химияһы файҙаланыла. Улар әйберҙәрҙе йомшаҡ, таҙа итә, бәләкәй балаларға һәм йорт хайуандарына хәүеф тыуҙырмай.
Башҡортостандың мәғариф тармағында контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығы биргән лицензия нигеҙендә “Өфөхимчистка” предприятиеһы филиалдарында белгестәр әҙерләү һәм һөнәри оҫталыҡтарын арттырыу буйынса эш алып барыла. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килеп белем алалар. Йәмғиәттең был эшмәкәрлеге үҙҙәренең дә эшселәренең оҫталыҡтарын камиллаштырыуға, квалификацияһын күтәреүгә, заказдарҙы ҡыҫҡа ваҡытта әҙерләүгә һәм хеҙмәтләндереү кимәлен тотороҡло итеүгә булышлыҡ итә.
“Өфөхимчистка”ның белгестәре халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендәге заманса инновация асыштарҙы күҙәтеп бара һәм уларҙы производствола киң файҙалана. Мәҫәлән, озон газы менән таҙартыу технологияһы ҡулланған берҙән-бер предприятие булып тора. Был үҙенсәлекле технология бөтә еҫтәрҙе бөтөрә, билдәле микроорганизмдарҙы, вирустарҙы, бактерияларҙы, бәшмәктәрҙе һәм уларҙың күҙәнәктәрен юҡ итә, һыу тейҙерергә ярамаған изделиеларҙы органик иреткестәр ярҙамында таҙарта.
Йәмғиәттең тағы бер ҡаҙанышы – Рәсәй Дәүләт стандарттарында аккредитацияланған һынау лабораторияһы. Унда химик таҙартыу, буяу, йыуыу һәм тире-тун әйберҙәрҙең сифатын тикшереү буйынса һынауҙар һәм экспертизалар уҙғарыла.
“Өфөхимчистка” йәмғиәте Рәсәй һәм Европа химчистка һәм кер йыуыу предприятиелары ассоциацияһы ағзаһы. Ул ошо өлкәлә яңылыҡ индергәне өсөн халыҡ-ара кимәлдәге ете наградаға лайыҡ булған, шулай уҡ “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары һәм хеҙмәте” конкурсында – ике, “Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары һәм хеҙмәте” конкурсында өс тапҡыр юғары баһа алған.
Таҙалыҡ донъяһы – бәхет донъяһы, тиҙәр. “Өфөхимчистка” предприятиеһы иһә һикһән йылға яҡын ошо бәхетте өләшә.