Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Май 2019, 11:30

Йәштәр ҡайтты

Йылайыр баҫыуында эш гөрләй.

Йылайыр баҫыуында эш гөрләй.


Һуңғы ваҡытта ауылда йәштәр ҡалмай тигән һүҙҙәрҙе ишетергә күнегеп тә киттек, буғай. Ҡайҙа нисектер, әммә Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы фермеры Йәмил Алғошаевтың хужалығында дүрт егет тәүге тапҡыр сәсеү кампанияһында ҡатнаша.


Илмир Асылов, Рафаэль һәм Йыһаннур Юлгилдиндар, Райман Алғошаевтарҙың барыһы ла Юлдыбай агроинженерия колледжында белем алған. Райман менән Илмир уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған.


— Ҡулыма диплом алғас, хәрби бурысты үтәп ҡайттым, артабан Себер тарафтарында бер аҙ эшләргә тура килде. Матрай ауылында тыуып үҫтем, ергә һөйөү бала саҡтан килә. Олатайым Хаммат Асылов райондың “Башҡорт” совхозында оҙаҡ йылдар агроном булып эшләне. Ул беҙгә ергә һөйөүҙе, уға һаҡсыл ҡарашты бала саҡтан тәрбиәләне. Һәр иртә ҡоштар моңона тракторҙар тауышы ҡушыла. Бергәләп эшләүе күңелле, тәүге бураҙналар артта ҡалды, хәҙер көндәр аяҙ торғанда сәсеүҙе тиҙерәк тамамларға тырышабыҙ, — ти Илмир.


Беҙ барғанда йәш механизаторҙар 230 гектар майҙанда бойҙай сәсеү менән мәшғүл ине. Бөтәһе өс агрегат эшләй, бер юлы иген дә сәселә, шунда уҡ дым ҡапланыла, сөнки ер ҡоро, хужалыҡ етәксеһе дымды һаҡлау маҡсатында тейешле бар эштәрҙе үҙ ваҡытында атҡарып сығыу өсөн көс һала.


Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Йәмил Алғошаев әйтеүенсә, әле сәсеү майҙанының 80 проценттан ашыуы сәселгән. 100 гектар майҙанда арпа, 500 гектарҙа ҡаты бойҙай, 600 гектарҙа етен һәм 300 гектарҙа гәрсис сәсеү планлаштырыла. Әйткән­дәй, Йылайыр баҫыуҙарында бойҙай­ҙың ҡаты сорты яҡшы үҫә, шуға күрә фермер йыл һайын бөртөклө иген культураһынан яҡшы уңыш ала.


Күрше Хәйбулла районында ла Йәмил Сәмиғулла улының 1500 гектар сәсеү майҙаны бар. “Хәйбулла районындағы ер пайсыларҙан ҡуртымға алынған. Йылайырҙа — илле кеше, Хәйбуллала йөҙ кеше менән пай ере буйынса килешеү төҙөлгән. Көҙ көнө уларҙың теләге буйынса игенләтә иҫәпләшәбеҙ”, — ти фермер.


— Ауыл хужалығы тармағында ла заман менән бергә атларға тура килә. Элегерәк бөртөклө культураларға өҫтөнлөк булһа, хәҙер техник культураларға иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, сөнки баҙарҙа уның хаҡы юғары. Быйыл тәүге тапҡыр гәрсис сәстек. Көҙ көнө уның нисек уңыуын ҡараясаҡбыҙ, әгәр яҡшы булһа, киләсәктә сәсеү майҙанын киңәйтергә иҫәп бар. Былтыр етендән яҡшы уңыш алдыҡ, шуның иҫәбенә яңы техника өсөн алған кредитты ҡаплауға ирештек. Йыл һайын техника паркын яңыртып торабыҙ. Сәсеү һәм уңыш йыйыу эшендә өҙлөкһөҙ эш алып барыу өсөн ун берәмек техника бар, барыһы ла тиерлек яңы. Миҙгелле эшкә йыл һайын унға яҡын кеше йәлеп ителә. Эш хаҡы түләүҙән тыш, эшселәргә бесән, иген бушлай бирелә, — ти Йәмил Алғошаев.


Баҫыу батырҙарын ашнаҡсы Миңһылыу Шахморатова һәр көн тәмле ризыҡтар менән һыйлай, шулай уҡ күсмә мунса эшләнгән. Уны көн дә яғалар, йоҡлау өсөн айырым бүлмә лә бар. Ғөмүмән, эшләү өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, йәшәү шарттары яҡшы, тик тырышып эшләргә генә ҡала. Күҙҙәренән — ут, үҙҙәренән сәм бөркөлгән баһадирҙай йәш механизаторҙарҙың үҙ-ара татыу һәм дуҫтарса мөнәсәбәт менән киң ялан иңләүҙәре үҙе үк өмөт уята. Иң мөһиме — уларҙың тырышып эшләүе, ерҙе үҙ итеүе, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалыуы ҡыуандыра. Әле баҫыуҙарҙа яңғыраған трактор тауышынан да матурыраҡ һәм моңлораҡ йыр юҡ кеүек...


Йылайыр районы.
Читайте нас: