Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май 2019, 21:06

Батырға ла ял кәрәк

Мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арынып, Хәйбулла районы йүнселдәре Бөтә Рәсәй эшҡыуарлыҡ көнөн бик матур ҡаршыланы. Байрам урындағы кәсепсе Юлдаш Бохарбаевтың тәҡдиме буйынса Өфөнән саҡырылған йырсыларҙың сағыу концерты менән үрелеп барҙы.

Фотолар Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Әле районда шәхси эшен асҡан 500-гә яҡын кеше иҫәпләнә. Улар төрлө йүнәлеште үҙ иткән. Байрам уңайынан йүнселдәрҙән бер төркөмгә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, фермерлыҡты һайлағандарҙың күбеһе, райондың иҡтисади үҫешенә өлөш индереү менән бер рәттән, социаль йүнәлештәге сараларҙың бағыусыһы булараҡ та билдәле.

Батырға ла ял кәрәк: иртә таңдан төнгә тиклем даими хеҙмәттә булған эшҡыуарҙар һөнәри байрамы алдынан рәхәтләнеп концерт ҡараны, ғаиләһе менән ял итте.
Читайте нас: