Республикала бәрәңге һәм асыҡ һауала йәшелсә сәсеү дауам итә.
28 майға бөтәһе 1,6 мең гектар майҙанда – бәрәңге, 721 гектарҙа йәшелсә бураҙналарға һалынған. Был сәселәсәк майҙандың яртыһынан күбен тәшкил итә.
Йәшелсә плантацияларының иң ҙуры – Туймазы һәм Шишмә райондарында. Бәрәңге буйынса Өфө менән Стәрлетаҡтарға тиңләшеүсе юҡ.