Уңыштың өстән бер өлөшөн сифатһыҙ орлоҡ арҡаһында юғалтабыҙ.
Республика крәҫтиәндәре бар көсөн яҙғы сәсеү эшенә йүнәлтте: быйыл ул 2,1 миллион гектар майҙанда атҡарылырға тейеш. Бураҙнаға һалынған орлоҡтарҙың сифаты ниндәй? Ерҙең уңдырышлылығын арттырыу өсөн ниндәй саралар күрергә? Вирусһыҙ картуф үрсетеү серҙәре бармы? Ошо һәм башҡа аграр нескәлектәрҙе асыҡлау ниәтендә Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Рөстәм КИРӘЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Рөстәм Солтангәрәй улы, үҙәктең эше тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине. Ауыл хужалығы эшсәндәренә нисек ярҙам итәһегеҙ?
– Үҙәккә бер быуат элек нигеҙ һалынған. 1876 йылдың декабрендә Санкт-Петербургта орлоҡ сифатын тикшереү буйынса тәүге лаборатория асылған. 2007 йылда Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Ауыл хужалығы үҙәге булдырылған. Әле ойошманың ил буйынса 78 филиалы бар. Ул СССР заманында билдәле булған үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса дәүләт станцияларын һәм орлоҡ инспекцияларын берләштерә. Беҙҙең эшмәкәрлектең асылы шунда – сәсеүлектәргә фито-санитар мониторинг үткәреү, миҙгелгә күҙәтеү эшләү, ауыл хужалығы үҫемлектәренә зыян килтергән ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү, шулай уҡ орлоҡ сифатын тикшереү, үҫемлекселек өлкәһендә киң хеҙмәттәр күрһәтеү. Улар иһә төрлө: консультациялар үткәреү, үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн биологик препараттар етештереү, пестицидтар сифатын анализлау һәм башҡалар.
– Был эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник базаның ныҡ булыуы ла мөһим бит...
– Беҙ был мәсьәләне эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырабыҙ. Мәҫәлән, тикшереү лабораторияһы ҡыҫынҡы шарттарҙа урынлашҡайны. Эш шарттарын яҡшыртыу өсөн яңы бинаға күстек. Хәҙер лаборатория бинаһы эргәһендә теплица ла буласаҡ. Үҫемлекселек лабораторияһына яңы аппарат һатып алдыҡ. Ул яланда уҡ ерҙең уңдырышлылығын, ниндәй ашламалар етмәүен, ниндәй микроэлементтар кәрәклеген билдәләй. Был эште күпкә тиҙләтә. Аппарат менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Айырыуса яңы эш башлаған крәҫтиән хужалыҡтары һәм шәхси ихаталары булған кешеләр йыш мөрәжәғәт итә.
– Тимәк, филиал күп тармаҡлы эш алып бара һәм һәр районға, хужалыҡҡа барып етә, тигән һүҙ.
– Беҙҙең һәр бер районда тиерлек бүлексәбеҙ бар. Уларҙа йәмғеһе 150-нән ашыу кеше эшләй. Ауыл хужалығы өлкәһендә юғары белеме булған көслө белгестәрҙе туплап, эште тейешле кимәлдә ойошторҙоҡ, тип әйтә алам.
– Баҡсасылар өсөн консультация үҙәктәре асылды. Улар нисек эшләй?
– Беренселәрҙән булып баҡсасылар өсөн консультация үҙәге асҡан әлшәйҙәрҙе телгә алғым килә, сөнки бында халыҡ, сифатлы орлоҡ һатып алыуҙан тыш, бушлай консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Был йә теге культураны нисек дөрөҫ ултыртырға, ниндәй ашлама менән һуғарырға, ағастарҙы ҡасан һәм ниндәй препарат менән эшкәртергә – барыһын да ентекләп һөйләп бирәсәктәр. Бынан тыш, беҙҙең белгестәр үҙәктәргә лекциялар менән киләсәк.
Мәҫәлән, апрель-май айҙарында биология фәндәре кандидаты Динара Ғарифуллина, райондарға сығып, картуф тураһында лекциялар уҡып йөрөнө. Сараға кешеләр күпләп килде, һорауҙар биреп, белгестән яуаптар алыу мөмкинлегенә эйә булды. Киләсәктә бындай лекциялар һанын арттырыу кәрәклеген тойҙоҡ. Урал аръяғы райондарына барып етмәнек әле.
Диагностика һәм консультация үҙәге Өфөнөң Кулибин урамындағы 40-сы йортта асылды. Тиҙҙән Мәләүез ҡалаһында, Бишбүләк районында ла ошондай үҙәктәр эшләй башлаясаҡ.
– Яҙғы сәсеү эштәре гөрләп тора. “Миҙгелгә күҙәтеү яһайбыҙ” тинегеҙ. Беҙҙе, ауыл халҡын, ниндәй йыл көтә? Уңыш һәйбәт булмаҡсымы?
– Йыл уңдырышлы булыр тип уйлайым. Сәсеү эштәрен тамамлар өсөн, тәбиғәт беҙгә уңайлы шарттар тыуҙыра: йылыһы ла, ямғыры ла бар. Быйыл ауыл халҡын да, ауыл хужалығы эшсәндәрен дә иҫкәртке килә: ҡырауҙан ҡурҡҡан үҫемлектәрҙе саҡ ҡына һуңғараҡ сәсергә кәрәк. Май аҙағында ямғырҙар көтөлә. Шулай ҙа яҙ аҙағы һәм йәй башы беҙҙе йылы көндәр менән ҡыуандырасаҡ. Ә бына июль-август ямғырлы булырға оҡшаған. Сентябрь-октябрь йылы һәм ҡоро көндәргә бай буласаҡ. Шуға ла ауыл эшсәндәре уңышты ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыр, тип ышанабыҙ.
– Климаттың үҙгәреүе ауыл хужалығына ҙур йоғонто яһай. Айырыуса Башҡортостан кеүек һауа торошо тотороҡһоҙ булған төбәктә юғалтыуһыҙ уңыш алыуы ҡыйын.
– Ысынлап та, шулай, тик ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Ауыл хужалығы халыҡты икмәк, һөт, май һәм башҡаһы менән тәьмин итеп торорға тейеш. Климатҡа яраҡлашыу – бөгөн иң мөһим шарттарҙың береһе. Ер шарында температура күтәрелгән һайын, сүллеккә әйләнгән ер майҙаны ҙурая, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү күләме кәмей. Быларҙың барыһы ла аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуына килтерә. Шуға ла Рәсәй һәм шул иҫәптән Башҡортостан ҙур майҙандар биләүе, һыу ресурстарының байлығы йәһәтенән, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, отошло хәлдә.
Тик һауа температураһының күтәрелеүе өҫтәмә проблемалар ҙа тыуҙыра. Мәҫәлән, ауыл хужалығы үҫемлектәренә зыян килтергән ҡоротҡостарҙың үрсеү һәм таралыу циклы үҙгәрҙе. Шул уҡ ҡара сиңерткәне генә алайыҡ. Был ҡоротҡостоң күпләп үрсеүе элек 8–10 йылға бер тура килһә, хәҙер башҡаса. Башҡортостанда был бөжәк 2014, 2016 йылдарҙа сәсеүлектәргә ҙур зыян килтерҙе. Быйыл Урал аръяғы райондарында был ҡоротҡостоң таралыу ихтималлығы юғары. Беҙҙең белгестәр даими рәүештә мониторинг үткәрә, хәлде контролдә тота. Көҙгө тикшереү мәлендә 8,2 мең гектар майҙанда ҡара сиңерткәнең үрсеүе асыҡланған. Ҡайһы бер урындарҙа хатта бер квадрат метр майҙанда ҡара сиңерткәләрҙең йомортҡалыҡ һаны ун данаға еткән, уларҙың һәр береһендә егермегә яҡын ҡарышлауыҡ булыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр үрсеү өсөн һауа торошо уңайлы булһа, ҡара сиңерткә тиҙ тарала һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сәсеүлектәргә ҙур зыян килтерә, сөнки был ҡоротҡостар тик йәш, тәмле үләнде генә юҡ итә. Синоптиктарҙың йылы йәй вәғәҙә итеүен иҫәпкә алып, хужалыҡтар сценарийҙың бындай үҫешенә лә әҙер булырға тейеш. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында фитомониторинг һәм зарарлы ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш штабы эшләй. Уның бөтөн мөмкинлектәре бар: техника, тәүге осорҙа ҡара сиңерткәгә ҡаршы ҡулланылған пестицидтар менән тәьмин ителгән.
– Орлоҡ сифатын тикшереү һәм районға яраҡлаштырылған сорттар тураһында ла мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.
– План буйынса 295 мең тонна орлоҡ һаҡлауға һалынғайны. Шуның 98 процентын беҙҙең белгестәр тикшерҙе. Орлоҡтарҙың ни бары ике проценты ғына ГОСТ стандарттарына тура килмәне. Баймаҡ, Бишбүләк, Өфө, Учалы райондарында ҡыйлы булыуы арҡаһында, Бөрө, Ғафури райондарында сығышы буйынса орлоҡтарҙың ҡайһы бер партиялары тикшереүҙе үтмәне.
Республиканың барлыҡ райондарында ла яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек мәсьәләләре ҡаралған конференциялар уҙҙы. Уларҙың һәр береһендә тиерлек ҡатнаштыҡ һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә районлаштырылған элиталы орлоҡтар дөйөм күләмдең 15 процентын тәшкил итергә тейеш, тип иҫкәртә килдек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика буйынса был һан 10 процент ҡына тәшкил итә. Билдәле булыуынса, беҙ орлоҡтарҙың сифатһыҙ, түбән репродукциялы булыуы, мәлендә эшкәртелмәүе арҡаһында уңыштың 20-30 процентын юғалтабыҙ.
Республикала әлеге мәлдә 61 орлоҡсолоҡ хужалығы бар. Дөйөм алғанда, район буйынса бер-ике хужалыҡ был эш менән ентекле шөғөлләнгәндә, төбәктең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер ине. Тик уларҙың һәр урында ла булмауы беҙҙе хафаға һала. Мәҫәлән, Илештә улар туғыҙ булһа, ҡайһы бер райондарҙа берәү ҙә юҡ.
Дүртөйлө, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы райондарында элиталы орлоҡтар күләме дөйөм күләмдең дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Уларҙа ерҙе эшкәртеү кимәле лә юғары, технология буйынса үткәрелергә тейеш бөтә эштәр ҙә ваҡытында башҡарыла. Шуға йылдан-йыл уңыш та, уның сифаты ла юғары була. Күптән түгел Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре Илеш районындағы Ялаловтың орлоҡ етештереү хужалығында, Хәйбулла районында Шәйәхмәтовтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығында, Әлшәй районында “Таң” ауыл хужалығы тауарҙары етештереү кооперативында булып, уларҙың эшен юғары баһаланы. Был хужалыҡтар – үҙ эшенең оҫтаһы һәм юғары сифатлы орлоҡ менән райондарын ғына түгел, башҡа төбәктәрҙе лә тәьмин итәләр.
Рәсәй буйынса орлоҡсолоҡ хужалыҡтары ирекле рәүештә аккредитация үтергә тейеш. Әлеге мәлдә республика буйынса алты тиҫтәнән ашыу хужалыҡтың сертификаты бар. Был ошо эш менән шөғөлләнгән предприятиеларға ҙур мөмкинлектәр аса, сөнки үҙҙәре етештергән орлоҡто улар башҡаларға һатыу мөмкинлегенә эйә, бынан тыш, уның сифатына шикләнмәй эшләйҙәр.
– Быйыл ужым культуралары насар ҡышлаған, бының сәбәбе нимәлә?
– Ужым культураларын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужалыҡтар беҙ теләгән кимәлдә сәсмәй шул. Мәшәҡәтенән шөрләйҙәр. Республика буйынса кәм тигәндә 550 мең гектар ужым культуралары ултыртыуға ынтылырға тейешбеҙ, ә быйыл ул һан 400 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Беҙ ужым культураларын борсаҡлы культуралар һәм седераттарҙан һуң ултыртырға кәңәш итәбеҙ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, был — иң ҡулайлы ысул. Һәм, әлбиттә, сәсеүҙе бер көнгә лә һуңламай, ваҡытында үткәрергә кәрәк.
Ҡыш дауамында ужым культуралары ултыртылған ҡатламдарҙы алып, уларҙың ҡышлау үҙенсәлеген тикшереп торабыҙ. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, сәсеүлектәрҙең торошо быйыл күпкә һәйбәтерәк ине. Әммә ер ҡарҙан әрселгәс, республика буйынса ҡырау төштө. Айырым райондарҙа һауа температураһы 15-18 градус һалҡынғаса етте. Был сәселгән үҫемлектәрҙең һәләк булыуына килтерҙе. Икенсе сәбәп – ужым культураларының ауырыуға дусар булыуы. Мәҫәлән, зыян күргән баҫыуҙарҙа склеротиниоз, тифулез, ужым күге кеүек ауырыуҙар табылған. Айырыуса Ауырғазы, Бүздәк, Ейәнсура, Тәтешле, Бишбүләк, Бәләбәй, Салауат, Ҡыйғы, Дыуан райондарында ужым культураларының һәләк булыу күләме 30 проценттан артҡан.
– Үҙәктә вирусһыҙ картуф үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнәһегеҙ. Уңыш нисек?
– Картуфты “икенсе икмәк” тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Был, ысынлап та, шулай. Ул – беҙҙең табында төп йәшелсә. Тик һуңғы йылдарҙа бик уңмай, ауырыуы күп, “күпме сәстем, шунса алдым”, тигән хәбәрҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Был бәләгә ҡаршы көрәшергә кәрәк. Ауыл ерендә, айырыуса шәхси хужалыҡтарҙа сортты алмаштырыу насар ойошторолған. Йәшелсә йылдар буйына бер урынға ултыртыла. Уның ауырыуы ла шуға бәйле. Картуфтың сортын дүрт-биш йылға бер алмаштырып торорға кәрәк. Яңы сортты күршенән түгел, ә ышаныслы етештереүсенән алыу мотлаҡ.
Ауырыуһыҙ картуф үҫтереү технологияһын яңынан тергеҙҙек. Был эш беҙҙең фән эшмәкәрҙәре тарафынан алып барыла ине, тик үҙгәртеп ҡороуҙар заманында онотолдо. Республикала уны киренән башлау өсөн көслө белгестәр йәлеп ителде – биология фәндәре кандидаттары Динара Ғарифуллина һәм Диана Ураҙбахтина.
Орлоҡсолоҡ бүлегенә кәрәкле йыһаздар һатып алынды, лаборатория әлеге мәлдә тулы көсөнә эш башланы. Бер сортты сығарыу ғына дүрт-биш йыл ваҡыт талап итә. Бәләкәй генә сыбыҡсалар (черенок) махсус ашламаһы булған пробиркаларҙа үҫтерелә. Унан уларҙы теплицаларға берәмләп күсереп ултыртабыҙ.
Үҫеп сыҡҡан бәләкәй бүлбеләр орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға таратыла. Әлеге мәлдә Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, Туймазыла “Уңыш” һәм Күгәрсендә “Тәүәкән” хужалығы һәм башҡалар менән уңышлы эшләйбеҙ. Тәүге осорҙа фермерҙарҙы был эшкә йәлеп итеүе ҡыйын ине. Эштең уңышлы булырына ышаныстары булманы. Хәҙер иһә, уңыштың мул булыуын күреп, йылдан-йыл даирәне киңәйтәбеҙ. Шәхси хужалыҡтарға ла сортлы картуф һатыу эшен ойоштороп ебәрҙек.
– Тотош республиканы сирһеҙ картуф менән тәьмин итеү хыял ғынамы? Бының өсөн нисә йыл ваҡыт кәрәк?
– Республика хужалыҡтары ике-өс мең тонна супер элиталы картуф орлоғона мохтаж. Киләсәктә беҙ был бейеклекте алырбыҙ тип ышанам, сөнки бер йыл элек орлоҡ өсөн үҫтерелгән бүлбеләр күләме ике тоннаға саҡ етә ине. Быйыл иһә был кимәл биш тапҡырға артты. Көҙгөһөн 50 мең тонна юғары кимәлдәге орлоҡ уңышын алырға иҫәп тотабыҙ. Әйтемдәге кеүек, “Санаңды – йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә” тигәндәй, әле тәжрибә майҙансығында ундан ашыу теплица ҡорола башланы. Май аҙағында картуф үҫентеләре шунда күсереп ултыртыласаҡ. Бының өсөн Өфө районының Николаевка ауылында эшләгән хужалыҡтарҙың береһе менән килешеү төҙөнөк.
– Ғәҙәттә, һәр яҡтан камил, матур күренгән емештең, йәшелсәнең тәме әллә ни шәптән булмай. Был картуфтың тәме нисек?
– Беҙҙең эштең асылы шуға ҡайтып ҡала: картуфтың, һау булыуҙан тыш, тәме лә һәйбәт булырға тейеш. 14-тән ашыу сортты үҫтереп сығарһаҡ та, “ароза”, “ред Скарлет”, “импала”, “браво” тип аталған сорттар халыҡтың һөйөүен яуланы. Уларҙы хатта Хәйбулла районынан да килеп алалар. Бер тапҡыр беҙҙең орлоҡто һатып алыусылар, ҡыуанысын йәшермәй, күрешкән саҡта гел рәхмәт әйтеп тора, күңел күтәрелеп китә. Ғөмүмән, ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Шәхси йорт хужаһы булһынмы ул, ҙур хужалыҡмы – ишектәребеҙ һәр саҡ асыҡ.