Кис ғаиләһен тәмле ризыҡ менән мәшәҡәтһеҙ генә һыйларға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙарға бөгөн магазин кәштәләрендә итле ярымфабрикаттарҙың ниндәйен генә тәҡдим итмәйҙәр. Әйҙә, билмәнен һайла, манты-голубцы бешер, төрлө кәтлиттәр менән ҡыуандыр!
Мәсетле районы халҡына был тәңгәлдә айырыуса рәхәт, уңайлы, сөнки Әбдрәхим ауылындағы “Башкирский привоз” фирмаһы етештергән билмәндәрҙең теләгәнен һайларға була: “Сабантуй”, “Холостяцкие”, “Сибирский премиум”, “Изысканные”, “Русские”, “Гөлназ”. Был бренд аҫтындағы билмәндәр өйҙәге кеүек тәмле, ҡулдан эшләнгән, бер ниндәй өҫтәмәләрһеҙ һәм ҡушылмаларһыҙ. Бары тик фермер хужалығында үҫтерелгән яҡшы ит, тәбиғи тәмләткестәр һәм сифатлы он ғына ҡулланыла.
Тауары өсөн етәксе Илгиз Зиннәтуллин үҙе яуап бирергә әҙер. Уның белдереүенсә, сифат етештереү процесының башынан аҙағына тиклем тикшерелеп, көйләнеп тора.
Итле ярымфабрикаттар етештереү өсөн бында башлыса һыйыр ите ҡулланыла. Сеймал Әбдрәхим ауылындағы яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ит эшкәртеү һәм ярымфабрикаттар эшләү цехына килтерелә. Унда барлыҡ санитария нормалары үтәлә, сит кешеләргә, медицина тикшереүе үтмәгәндәргә инеү тыйыла. Бина эсендә өс ҙур һыуытыу камераһы йәнәш урынлаштырылған: кинәт туңдырыу, әҙер һәм сей продукцияны һаҡлау камералары.
Сығарылған аҙыҡ төрлөлөгө ҙур. “Башкирский привоз” сауҙа маркаһы аҫтында манты, билмән, хинкали, кәтлиттәр, голубцы, шашлыҡ, кәкре, колбаса һәм ыҫланған ит әҙерләнә. Билмән ҡулдан эшләнә, фарш тик юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа иттән әҙерләнә, ҡушылмалар бөтөнләй ҡулланылмай. Әйткәндәй, продукцияны башлыса республика райондарынан һәм Татарстандан һатып алалар.
Фермерҙың “Башкирский привоз” бренды аҫтында һатыу иткән үҙ магазиндары Свердловск өлкәһенең Новоуральск, Первоуральск, Екатеринбург ҡалаларында бар. Халыҡ сифатлы һәм тәмле ит аҙыҡтарын бик теләп һатып ала. Бынан тыш, фермерҙың район ауылдарында ла магазиндары уңышлы эшләй.
– Шөкөр, беҙ етештергән ризыҡты халыҡ яратып һатып ала. Тирә-яҡтан заказдар йыш килә. Бөгөн тәмһеҙ, сифатһыҙ продукция етештерһәк, иртәгә ҡулланыусыларыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ ихтимал, шуға ла сифатына һәр саҡ иғтибар итәбеҙ, – ти Илгиздең әсәһе Гүзәлиә Зиннәтуллина.
Илгиз Искәнйәр улы бөгөн 65 гектар ерҙе эшкәртә, күпләп һыйыр малы, 100-ҙән ашыу кәзә-һарыҡ аҫрай. Хужалыҡтың техника паркы бай: “ГАЗель”-термофургон һәм “ГАЗель”-рефрижератор автомобилдәре, тракторҙар, “ЗИЛ-130” йөк машинаһы, культиватор, тырматҡыс, сәскес, һабан, каток кеүек ауыл хужалығы ҡорамалдарына эйә.
2013 йылда йәш фермер “Мәсетле районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” программаһында ҡатнашып, дәүләттән бүленгән аҡсалата ярҙамды ит эшкәртеү цехы асыуға һәм ярымфабрикаттар әҙерләүгә, шулай уҡ үтә кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтә.
Хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған: ашатыу ойошторолған, ял һәм душ бүлмәләре бар.
2014 йылда тырыш хеҙмәте өсөн Илгиз Зиннәтуллин район Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. 2016 йылда “Йыл эшҡыуары-2016” республика конкурсының “Төбәк-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн” номинацияһында еңә, 2017 йылда Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Киләсәктә булдыҡлы, егәрле һәм бөтмөр фермер продукция етештереүҙе киңәйтергә, мал һуйыу урыны төҙөргә ниәтләй.