Балтас районы хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Дөйөм алғанда, аграрийҙар иген культураларын сәсеүҙе ҡулайлы ваҡытта тамамлаған да инде. Хәҙер ауыл эшсәндәре һуң сәселгән культураларға тотондо. Ялҡауланырға ярамай, һауа шарттары ашыҡтыра. Быны яҡшы аңлаған игенселәр аяҙ көндәрҙең һәр минутын, һәр сәғәтен файҙаланырға тырыша.
Төбәктең эре хужалыҡтарының береһе – “Луч” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алған. Бында тәү сиратта техника-агрегаттар хәстәрләнеп, сәсеүҙе ойошҡан рәүештә үткәреүгә ныҡлы нигеҙ һалынған. Хужалыҡ етерлек күләмдә элиталы орлоҡ, ағыулау препараттары, 45 тонна минераль ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алған.
Хужалыҡ игенселәре 4240 гектарҙа иртә яҙғы культураларҙы сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта тамамлаған. Мәҫәлән, бойҙай – 440, арпа – 100, һоло – 500, ә борсаҡ 50 гектарҙа сәселгән. Бынан тыш, вика үләне 350 гектар майҙанды биләйәсәк. Ужым культуралары иһә бер меңгә яҡын гектарҙа урын алған. Белгестәр уларҙың ҡышҡы һалҡындарға бигүк бирешмәүен билдәләй. Мал аҙығы культуралары 1900 гектарҙы тәшкил итә. Етәкселек һабан батырҙары Илдар Фаманов, Григорий Александров, Ғәзнәүи Шәйхуллин, Финат Зәйтуғанов, Миңлехан Ғәлихановтарҙы һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
– Шөкөр, баҫыу эштәрен ваҡытында һәм ауырлыҡһыҙ башҡарып сыҡтыҡ. Техника ватылмай эшләне – егеттәрҙең ҡыш оҫтаханаларҙа күрһәткән тырыш хеҙмәте билдәһе был, – ти хужалыҡ рәйесе Марат Ғәбделмалик улы Ғәбиҙуллин. – Техника яңыртыуға һуңғы йылдарҙа апаруҡ аҡса түкһәк тә, бөгөн уның һөҙөмтәһен күреп ҡыуанабыҙ, тимәк, ҡаҙнанан сыҡҡан сығым юҡҡа китмәне.
“Луч” йәмғиәтендә дүрт ауылдан 70-тән ашыу кеше эш урыны тапҡан, ҡыҙыу миҙгелдә иһә уларҙың һаны күпкә арта. Шунһыҙ булмай, сөнки предприятиела малсылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Ишле малға ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы ла хәстәрләргә кәрәк бит. Әйткәндәй, бөгөн ҡураларҙа 1130 баш һыйыр малы аҫралып, шуның 450-һен һауып, көн һайын Балтас май заводына өс тонна аҡ тапшыралар. Һөтсөлөк фермаларының өсөһө лә заманса йыһазландырылған, әле малдарҙы йәйге йәйләүгә күсереү бара. Хужалыҡта ветеринар хеҙмәте күрһәтелә, яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған.
Яңы Балтас ауылы фермеры Илһам Мәрҙәновтың баҫыуҙарында ла бөгөн тынғыһыҙ осор. Бөгөнгә ялан батырҙары арпа, бойҙай, һоло һәм вика үләнен сәсеүҙе тамамлаған. “Техника һынатманы, шөкөр, элиталы орлоҡҡа, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ булманы. Етәксебеҙ ҙә иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр беҙҙең янда, бер генә үтенесебеҙ ҙә ситтә тороп ҡалмай”, – тип егеттәр маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне.
Ысынлап та, Илһам Рәшит улы – булдыҡлы етәксе, эшмәкәрлеген ҙур теләк менән алып бара.
Фермерҙың 329 гектар ере бар. Ул һәр майҙанды тәрбиәле тота, буш ятҡандарын күрмәҫһең. Техника паркы ла бай: уңышты аҡсаға әйләндереп, ауыл хужалығы техникаһы, төрлө ҡоролмалар һатып алырға тырыша етәксе.
Малсылыҡ менән дә шөғөлләнә фермер. 200-гә яҡын һыйыр малы аҫрала, 130-ын һауалар. Балтас май заводына көн дә 1 тонна һөт оҙаталар. Мал аҙығы, сенаж, силос тейешле күләмдә әҙерләнә.
Бөгөн фермер 15 ауылдашын эш урыны менән тәьмин иткән, килергә теләп мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. “Шөкөр, бөгөн йәштәрҙең күбеһе ҙур ҡалаларға барырға ашҡынып тормай, ә ауылда ҡалыуҙы хуп күрә. Уларҙы ылыҡтырыу өсөн күп эш башҡарабыҙ, йорт төҙөүҙә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, техника бүләбеҙ. Тик эшләһендәр генә, ә беҙ тырыштарҙы ихтирам итәбеҙ”, – ти Илһам Рәшит улы.