Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июнь 2019, 18:04

Һеҙҙән – алма, беҙҙән – троллейбус

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә "Молдова Республикаһы – Рәсәй төбәктәре" эшлекле хеҙмәттәшлек форумы үтте.

Олег Яровиков фотолары.
Олег Яровиков фотолары.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә "Молдова Республикаһы – Рәсәй төбәктәре" эшлекле хеҙмәттәшлек форумы үтте.
Был сара ике яҡ өсөн дә иҡтисад, мәҙәниәт өлкәһендә яңы офоҡтар асты тип ныҡлы ышаныс менән әйтә алабыҙ, сөнки форумға ярашлы өс мөһим килешеү төҙөлдө. Атап әйткәндә, Өфө – Гагаузия, Кушнаренко – Окницкий, Ишембай һәм Бессарабия райондары биләмәләре араһында хеҙмәттәшлек проколдарына ҡул ҡуйылды.


Ҡунаҡтар киләсәктә беҙҙең төбәкте йәшелсә-емеш, консервация тауарҙары, дарыу менән тәьмин итергә, туризм буйынса хеҙмәт күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.

Әлбиттә, 3,5 миллиондан ашыу кеше йәшәгән һәм 33 846 квадрат километр майҙанды биләгән Молдова Республикаһы эргәһендә дүрт миллиондан ашыу халыҡлы, майҙаны 142 947 квадрат километр тәшкил иткән Башҡортостан күпкә ҡеүәтле. Быға тиклем беҙҙең иҡтисадта был ил менән хеҙмәттәшлеккә ныҡлы иғтибар булманы. Мәҙәниәткә килгәндә иһә, халыҡ-ара дуҫлыҡ тантана иткән төбәгебеҙҙә молдовандарҙың “Кодру” милли-мәҙәни үҙәге әүҙем эшләп килә.
Шул уҡ ваҡытта былтыр Рәсәй менән Молдова араһындағы тауар әйләнеше бер миллиард долларҙан ашыу булған, әммә Игорь Додон был күрһәткес менән риза түгеллеген белдерҙе. Туризм буйынса ла ныҡлы бәйләнештәр булдырылмаған әле. Мәҫәлән, былтыр Молдоваға илебеҙҙән бары 200 мең турист барған, шул уҡ ваҡытта уның күршеһе Грузияла ике миллионға яҡын ватандашыбыҙ ял иткән.
“Республика менән Молдова араһында тауар әйләнешен үҫтереү өсөн ҡеүәтебеҙ бар. Алға барған кеше юлдың осона сығыр тигәндәй, бер йылдан башҡа күрһәткестәр тураһында һөйләрбеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Быға тиклемге ошо бушлыҡты тулыландырып, форум барышында Башҡортостан Молдоваға үҙебеҙҙә етештерелгән автобус, троллейбус, ауыл хужалығы техникаһы, ашламалар, нефть химияһы тауарҙарын тәҡдим итте.
“Игорь Николаевич менән иҡтисадты үҫтереү буйынса проекттар тураһында ла, гуманитар хеҙмәттәшлек хаҡында ла һөйләштек. Молдованан Кэтэлин Карптың “Өфө” футбол клубы өсөн уйнауы, команданың яҡшы һаҡсыһы булыуы өсөн рәхмәт белдерәм. Башҡортостан митрополияһының Нефтекама епархияһына етәкселек иткән епископ Амвросий (Мунтяну) ҙа – Молдова гражданы. Эйе, ике арала бәйләнеш көслө. Был, ысынлап та, дуҫлыҡ”, – тине төбәк етәксеһе.
Европалағы көнәркәшлек шарттарында Молдова кеүек бәләкәй илдәргә донъя иҡтисадында ныҡлы үҙ урын табыу еңелдән түгел, әлбиттә. Дәүләт етәксеһе Игорь Додон үҫеш йүнәлешендә Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте беренсе урынға ҡуя. Былтыр ике аралағы тауар әйләнеше бер миллиард долларҙан ашыу булған, әммә был күрһәткес аҙ.
“Молдова Рәсәйһеҙ йәшәй алмаясаҡ, сөнки бындағы эшҡыуарҙар – беҙҙең төп инвесторҙарыбыҙ, – тине Игорь Николаевич. – Иҡтисади бәйләнештәрҙе әүҙемерәк үҫтерәсәкбеҙ”.
Молдова, бәләкәй генә республика булһа ла, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Евросоюз, Төркиә менән ирекле сауҙа алып бара, шулай уҡ илдә етештерелгән тауарҙарҙы пошлинаһыҙ һатыу мөмкинлеге бар, интернет бәйләнеше үҫешкән, рус телендә аралашыуҙа ла сикләүҙәр, ҡыйынлыҡтар юҡ.


“Беҙ ҙә был бәйләнештәрҙе үҫтереү яғында. Көҙ Кишиневҡа барасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров осрашыу барышында.
Молдова президентының Башҡортостанға килеүе – тарихи ваҡиға, тип билдәнеләр сарала ҡатнашыусылар, сөнки быға тиклем “ҡояшлы” илдең бер генә етәксеһе лә башҡорт ерендә булмаған. Тимәк, ике яҡ та “Молдова Республикаһы – Рәсәй төбәктәре” форумында үҙ тарихында яңы бит асты.
Читайте нас: