Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь 2019, 18:56

Нигеҙ ташы һалынды

Борай районының Иҫке Бикмәт ауылында малсылыҡ комплексы төҙөлә башланы. Фермала ит тоҡомло йәш һыйыр малдары үрсетеләсәк. Ул 9600 баш малға иҫәпләнгән һәм Рәсәй-Италия партнерлыҡ сиктәрендә инвесторҙар ярҙамы менән һалына.

Уға тәүге нигеҙ ташын 1 июндә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һалды. Тантанала шулай уҡ Италияның Екатеринбургтағы почетлы консулы Роберто Д'Агостино, "Оренбив" компанияһы вәкиле Вальтер Борио, Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов ҡатнашты.

Проектҡа һалынсаҡ инвестиция күләме 500 миллион һумдан күберәк булыр, тип көтөлә.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: