Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Хевел” компаниялар төркөмө араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Документҡа республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм компанияның генераль директоры Игорь Шахрай ҡул ҡуйҙы.
Килешеүҙә Бөрйән районында бишәр МВт ҡеүәтле ике ҡояш электр станцияһы төҙөү ҡарала. Проектҡа һалынасаҡ инвестиция күләме – 1 миллиард һумдан ашыу. Ике станцияны ла 2019 йыл аҙағында сафҡа индереү планлаштырылған.
Әле Башҡортостанда бындай ҡоролмалар Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура райондарында эшләй. Дөйөм инвестиция күләме биш миллиард һум тирәһе булған.