ХХIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында тағы бер мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев менән осрашып, иҡтисад һәм социаль өлкәләрҙә төбәк-ара эшмәкәрлекте үҫтереү мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Хөкүмәте менән Кемерово өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә килешеүгә ҡул ҡуйылды.
– Беҙҙең бизнес Башҡортостан менән бик әүҙем эшләй, иҡтисади өлкәләге үҫеш бик мөһим, – тине журналистарға Сергей Цивилев. – Шулай уҡ төбәктәр араһында мәҙәни, социаль бәйләнештәрҙе үҫтереү ҙә мөһим. Шуға күрә беҙ иҡтисадты үҫтереп кенә ҡалмаясаҡбыҙ, ә ижади коллективтар менән алмашыныуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла ҙур эштәр көтә.