Аҙыҡты мәлендә һәм сифатлы итеп әҙерләргә.
Аҙыҡты үҙ мәлендә сифатлы итеп әҙерләү, туҡландырыуҙа барлыҡ талаптарҙы үтәү – малсылыҡ тармағында яҡшы һөҙөмтә алыу өсөн төп сығанаҡтарҙың береһе. Юҡҡа ғына халыҡ “Һыйырҙың һөтө – телендә” тип әйтмәгән. Бөгөн ауыл сәнәғәте комплексында етештереүҙе арттырыу, аҙыҡ-түлек менән үҙебеҙҙе тәьмин итеү генә түгел, ә уны экспортҡа оҙатыу йәһәтенән етди һүҙ алып барғанда, бының әһәмиәте тағы ла сағыуыраҡ күренә.
Мал аҙығы хәстәрләү һәм унда ҡатнашасаҡ техниканы әҙерләү буйынса төбәк-ара семинарҙың Саҡмағошта үткәрелеүе осраҡлы түгел ине. Район республикала алдынғы хужалыҡтары, эшһөйәр халҡы менән билдәле. Яҙғы сәсеү эшен беренселәрҙән булып тамамлаған төбәктә бүтәндәргә фәһем бирерҙәй уңыштар бихисап. Район хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев әйтеүенсә, быйыл саҡмағоштар 53 мең гектар майҙанда яҙғы культураларҙы бураҙнаға һалған. Юғары табыш бирерҙәй үҫемлек сәсеүлектәре лә арта. Яңы фермалар төҙөлә, ике һөт эшкәртеү заводы уңышлы эшләй.
– Әле беҙ көнөнә 150 тонна һөт алабыҙ, – тине үҙ сығышында район етәксеһе. – Әммә был әҙерәк, 200 тоннаға еткерергә кәрәк. Бының өсөн тоҡомло һыйырҙарҙың иҫәбен ишәйтеү зарур, аҙыҡ-түлек базаһын киңәйтеү мөһим.
Быйыл Саҡмағошта мал аҙығы культуралары 25549 гектар ерҙе биләй. Был – дөйөм сәсеүлек майҙандарының 31,5 проценты. Шул иҫәптән күп йыллыҡ үлән – 9804, бер йыллыҡ үлән – 8975, кукуруз 5356 гектар. Бер шартлы баш малға 40 центнер аҙыҡ берәмеге туплауҙы бурыс итеп ҡуя район эшсәндәре. Бының өсөн 17,5 мең тонна бесән, 96,6 мең тонна сенаж, 127,5 мең тонна силос әҙерләргә кәрәк.
– Эште дәррәү алып барыу өсөн хужалыҡтарҙа аҙыҡ әҙерләү техникаһы етерлек, – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Йосопов. – Улар бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер, сөнки мал аҙығын ҡыҫҡа ваҡытта әҙерләү һәм бының өсөн барлыҡ кәрәкле транспорттың төҙөк, шул уҡ ваҡытта эшсе ҡулдарҙың етерлек булыуы мөһим.
Былтыр районда һәр шартлы баш малға 39 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Шулай ҙа ҡайһы бер хужалыҡтарҙа, тәбиғәт шарттары ҡулай булыуға ҡарамаҫтан, аҙыҡтың сифаты тейешле талапҡа яуап бирмәгән. Был – сенаж һәм силос культураларын сапҡандан һәм соҡорҙарға тултырып, тығыҙлағанға тиклем технологияны үтәмәү бәләһе. Быйыл ошо хаталарҙы ҡабатламаҫҡа саҡырҙы сығыш яһаусы. Траншеяларҙы тапатҡанда “К-700” һәм “Т-150” кеүек тәгәрмәсле ауыр тракторҙарҙы ҡулланыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов ауыл хужалығы техникаһын дөрөҫ файҙаланыу, ошо өлкәлә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләне.
– Быйыл республикала техника паркын яңыртыуға 1,5 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтеү мөмкинлеген ҡарала, – тине ул. – Был күрһәткес былтырғынан 15,4 процентҡа күберәк.
Шулай уҡ төрлө маркалы 360 трактор, 270 иген йыйыу комбайны, 50 мал аҙығы әҙерләү комбайны һәм башҡа техника алыу күҙаллана.
Башҡортостандың техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов үҙ сығышында баҫыу эштәрендә техника хәүефһеҙлеген етди һаҡларға саҡырҙы.
Сараның ғәмәли өлөшөндә хужалыҡтың күп йыллыҡ үлән баҫыуында йәшел ураҡта ҡатнашасаҡ ауыл хужалығы техникаһына тикшереү үткәрелде.