Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Баймаҡҡа эш сәфәре барышында райондың сәнәғәт предприятиеларында булды.
Республика етәксеһе “Таналыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Был предприятие райондың 173 гектар майҙанында һибелмә алтын сығара, 2021 йылға тиклем бирелгән лицензия нигеҙендә хеҙмәт алып бара.
Йәмғиәттең генераль директоры Станислав Горбатенко әйтеүенсә, былтыр 520 мең кубометр ҡом сығарылып йыуылған һәм 18 килограмм ҡиммәтле металл һатылған.
Әле тағы ла ҙурыраҡ икенсе урынды – Солтан ятҡылығын үҙләштереү башланған.