Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Башнефть” йәмғиәте акционерҙарының йыллыҡ дөйөм йыйылышында сығыш яһаны.
Төбәк башлығы компанияның президенты, идаралыҡ рәйесе Андрей Шишкинды “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены менән наградланы.
“Төбәк халҡы исеменән “Башнефть” йәмғиәтенең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәттәре, республиканы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Хөрмәтле ветерандарыбыҙға айырым ихтирам һүҙҙәрен еткерәм. Башҡортостан өсөн “Башнефть” милли ҡаҙаныш, ғорурлыҡ, иҡтисадыбыҙҙың нигеҙе булып ҡала”, – тине сығышында Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шул уҡ ваҡытта бөгөн фәнгә нығыраҡ таяныу, һанлаштырыуға, интеллектуаль системаларҙы үҫтереүгә, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ҙурыраҡ иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләне.
“Төбәгебеҙҙең иҡтисади ҡеүәте, финанс һәм социаль тотороҡлолоҡ тәү сиратта нефть һәм газ тармаҡтары арҡаһында тәьмин ителә. Артабан да бер-беребеҙгә терәк булайыҡ, һеҙгә киләсәктә лә емешле эшмәкәрлек, ҙур инвестиция проекттары, алға ышаныслы барыуығыҙҙы теләйем”, – тине Радий Хәбиров.