Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Июнь 2019, 14:56

Өс баш һыйырҙан башланған эш

Салауат районы Йыланыш ауылынан Александр Пономарев крәҫтиән (фермер) хужалығын уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында ойоштора, илдә был осорҙа күптәр ошо тармаҡҡа тотона ла инде. Александр Иванович та армиянан һуң Өфө, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалалары заводтарында эшләй, әммә ауыл балаһын ҙур ҡалалар үҙенә ылыҡтыра алмай. Шуға ла тыуған яғына ҡайтып, яҙмышын ер менән бәйләргә уйлай, малсылыҡ тармағын да үҙләштерергә йөрьәт итә.

Салауат районы Йыланыш ауылынан Александр Пономарев крәҫтиән (фермер) хужалығын уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында ойоштора, илдә был осорҙа күптәр ошо тармаҡҡа тотона ла инде. Александр Иванович та армиянан һуң Өфө, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалалары заводтарында эшләй, әммә ауыл балаһын ҙур ҡалалар үҙенә ылыҡтыра алмай. Шуға ла тыуған яғына ҡайтып, яҙмышын ер менән бәйләргә уйлай, малсылыҡ тармағын да үҙләштерергә йөрьәт итә.


– Ауылда тыуып үҫкәс, бала саҡтан мал араһында булышҡас, һис икеләнеүһеҙ фермер хужалығы ойошторорға ниәт ҡылдым, – ти фермер. – Әлбиттә, атайымдың ярҙамы һәм кәңәштәре файҙаға ғына булды, уның таянысы менән ер эшкәртеүгә тотоноп киттем.


Александр тәүге йылда баҫыуҙан мул ғына уңыш алыуға өлгәшә, был уны тағы ла дәртләндереп ебәрә. Атаһы ла: “Һин бит ер кешеһе, булдырырһың, тик тырыш ҡына”, – тип улын ҡеүәтләй. Уңышты һатыуҙан килгән аҡсаға йәш фермер тирмән ҡоролмаһы ала, он етештереп, ауылдаштарына икмәк бешерә башлай. Тәмле ҡаласты халыҡ яратып һатып алғас, күрше ауылдарға ла һатыуға сығара. Фермер сусҡасылыҡ тарма­ғын да үҫтереүгә тотона, мал һанын арттырып, фәҡәт ит өсөн генә аҫрай.


Бөгөн хужалыҡ районда ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә лә абруйлы, өлгөлөләрҙән һанала. “Ағалы-ҡустылы Пономаревтар агрофир­маһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 700 гектар ерҙе эшкәртә, уның 100 гектарҙан ашыу майҙанда көтөүлеге бар. Сусҡасылыҡ тармағын ҡалдырып, әле хужалыҡ һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Сифатлы иткә ихтыяж ҙур, уны күмәртәләп һатып алалар. Бөгөн ҡураларҙа ит йүнәлешендәге 200 баштан ашыу һыйыр малы тотола. Уңайлы килешеүҙәр нигеҙендә йыл һайын хужалыҡ 12 тонна итте “Янғантау” шифаханаһына, Силәбе өлкәһенең ит комбинаттарына оҙата.


– Ҡасандыр өс баштан ғына башлап ебәргән хужалығым бөгөн төбәктә алдынғылар иҫәбендә. Әлбиттә, бының өсөн күп көс һалырға тура килде, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәт­кәре Александр Пономарев. – Аҡсалы заводтарҙы ҡалдырып, ер эшенә тотоноуыма, мал аҫрауыма һис кенә лә үкенмәйем, киреһенсә, бер аҙ һуң тотонғаныма үҙемде ҡайһы саҡ әрләп тә ҡуям.


Фермерға бөгөн үкенәһе түгел, эшмәкәрлеге емештәрен биреп тора, ул 2010 йылда “Рәсәйҙең почетлы фермеры” тигән маҡтаулы билдәгә лайыҡ булған. Бынан тыш, төрлө күргәҙмә, конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашып, уның эшмәкәрлеге бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән баһа­ланған.


Әлбиттә, ошондай уңған, ер тип янған-көйгән егеттәр булғанда, ауыл хужалығы тармағы йәшәйәсәк һәм артабан үҫешәсәк, ә эш булһа, тимәк, ауыл да һүнмәйәсәк.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.



Читайте нас: