Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июнь 2019, 15:15

Мәләүездә – яңы предприятие

Мәләүез районында “Хладобойня Строгонов” ауыл хужалығы предприятиеһы асылды. Бында сусҡа малын салыу, эшкәртеү, етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәсәктәр.

Мәләүез районында “Хладобойня Строгонов” ауыл хужалығы предприятиеһы асылды. Бында сусҡа малын салыу, эшкәртеү, етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәсәктәр.


Предприятие 2004 йылда туҡталып ҡалған элекке ит-һөйәк заводы бинаһында урынлашҡан. Ырымбур өлкәһе инвесторҙары уны тулыһынса ремонтлап, Польша ҡорамалдары ҡуйған. Проект өсөн киткән сығым яҡынса биш йылда ҡапланыр тип көтөлә. Ойошмала 50 кешегә эш урыны булдырылған.


Эшкәртелгән ит артабан колбаса, ярым фабрикаттар, ыҫланған аҙыҡтар етештереү өсөн республиканың эшкәртеү предприятиеларына оҙатыласаҡ. Бында йылына 160 мең сусҡа, бер сменала 450 баш мал эшкәртелә. Ике сменалы эш аҙнаһына күскәс, был һан тағы артасаҡ.


Әйткәндәй, был проект февраль айында республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралды һәм уның уңышлы эш башлауы шуның һөҙөмтәһе тип ҡабул итергә кәрәк.


Фото: apkrb.info
Читайте нас: