Республика баҫыуҙарында "йәшел ураҡ" ҡыҙа. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ер эшсәндәре 44 мең гектар майҙанда күп йыллыҡ үлән культураларын сапҡан. Был барлыҡ сәсеүлектәрҙең 10 процентын тәшкил итә.
Әле республикала 10 мең тонна бесән һәм 93 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Ауырғазы аграрийҙары сенаж (14,5 мең тонна) һалыу буйынса иң алда барһа, бесән сабыуҙа ҡалтасыларға тиңләшкәндәр (1,3 мең тонна) юҡ.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.