Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика йортонда сираттағы Инвестиция сәғәтен үткәрҙе. Унда бер нисә мөһим тема ҡаралды.
Улар араһында Өфөлә заман сәнғәте үҙәген булдырыу мәсьәләһе лә бар ине. Был – республикала музей-экспозиция эшенең өр-яңы йүнәлеше буласаҡ. Күҙалланыуынса, музей заманса сәнғәт музейҙарының донъя селтәре әҫәрҙәрен ҡуясаҡ, башҡорт рәссамдарының әҫәрҙәрен популярлаштырыу һәм танытыу менән шөғөлләнәсәк, уларҙың коллекцияларын булдырып, һаҡлауҙы тәьмин итәсәк.
Әйткәндәй, был тема быға тиклем дә Инвестиция сәғәтендә ҡаралғайны, тик ҡайһы бер мәсьәләләр эшләп бөтөүҙө талап итә ине.
Үҙәкте төҙөү дирекцияһы учредителе Марат Әхмәтшин белдереүенсә, проект архитекторҙар һәм муниципалитет тарафынан өҫтәмә рәүештә тикшерелгән.
Буласаҡ музейҙың майҙаны – яҡынса 10 мең квадрат метр буласаҡ. Уның тышҡы йөҙө һәм бинаның планировкаһы халыҡ-ара конкурс аша билдәләнәсәк.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, проект ижади йәмәғәтселек өсөн дә, ҡала халҡы өсөн дә көнүҙәк буласаҡ.
– Бөгөн заман рәссамдарының күп эштәре оҫтаханаларҙа һаҡлана, булған коллекцияларҙың ни бары 20 проценты ғына күргәҙмәләрҙә ҡуйыла, – тине министр. – Яңы музей мотлаҡ кәрәк буласаҡ.
Радий Хәбиров яңы бинаның заманса стилдә, шул уҡ ваҡытта ҡала архитектураһына яҡын булырға тейешлегенә баҫым яһаны.