Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2019, 13:30

"Еҙем" паркында – ҡунаҡтар

Ғафури районында эш сәфәре менән Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының бүлек етәксеһе Наталья Бадоля һәм билдәле бизнесмен Радмир Сафин булды.

Фото "Табын" гәзите сайтынан.
Ғафури районында эш сәфәре менән Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының бүлек етәксеһе Наталья Бадоля һәм билдәле бизнесмен Радмир Сафин булды.
Әлиә Рәхимова әйтеүенсә, ҡунаҡтар “Еҙем” паркына киләсәк туристарҙы теркәү өсөн мәғлүмәт йорттары төҙөләсәк Толпар һәм Имәндәш ауылдары менән танышҡан. Уларҙа ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырыу күҙаллана.