Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2019, 16:25

Инвестициялар йәлеп итеүҙә матбуғаттың өлөшө ниндәй?

Сибай ҡалаһында инвестиция форумы дауам итә.

Автор фотоһы.
Сибай ҡалаһында инвестиция форумы дауам итә.


Әле матбуғат хеҙмәткәрҙәре “Медиа һәм йәмғиәт. Төбәккә инвестициялар йәлеп итеүгә матбуғаттың йоғонтоһо” тип аталған майҙансыҡта фекер алыша.


Был сараның эшендә республикабыҙҙан Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, тележурналист, публицист Азамат Сәйетов, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Күгәрсен райондары матбуғат хеҙмәткәрҙәре һ.б. ҡатнаша.