Сибайҙағы инвестиция һабантуйында дүрт секция эшләй.
“Экология 2.0 Инвестиция үҫеше өсөн глобаль саҡырыуҙар һәм ҡеүәт” – бында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы рекультивациялау мәсьәләләре ҡарала.
Һорауҙарға секция спикерҙары, шул иҫәптән Башҡортостандың Хәүефһеҙлек эшмәкәрлеге ғилми-тикшереү институты директоры Лариса Белан, “Рәсәй экология операторы” компанияһы генераль директоры Дения Буцаев, Хорватия парламенты ағзаһы Иван Пернар ҡатнаша.
“Биләмә маркетингы халыҡ-ара тәжрибәһе” секцияһында Төркиә, Сербия, Болгария, Австрия илдәре сәйәсмәндәре һәм бизнесмендары үҙҙәренең иң яҡшы эш тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашты.