Дыуан районы 1930 йылда барлыҡҡа килгән. Район үҙәге булған Мәсәғүт ауылы Дыуан өсөн генә түгел, республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан райондар өсөн дә социаль-иҡтисади, мәҙәни үҙәк ролен үтәй. Халыҡ һаны – 31 меңдән ашыу, һәм был күрһәткес үҫеш тенденцияһына эйә. Биләмә 13 ауыл советына бүленгән.
Район башлыса ауыл хужалығы тармағы менән шөғөлләнә. Ит-һөт етештереү, сусҡасылыҡ, баҫыусылыҡ, картуф үҫтереү алға киткән. Дыуандар йылҡысылыҡтағы уңыштары, дөрөҫөрәге, тоҡомло аттары менән дә дан тота. 1931 йылда асылған Дыуан ипподромы – төбәк халҡының ҙур ғорурлығы.
Районда нефть, газ, балсыҡ, ҡырсынташ табыла. Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты, “Дыуангаз”, төньяҡ-көнсығыш район электр селтәрҙәре предприятиелары, шәхси эшҡыуарлыҡ субъекттары уңышлы эшләй.
Райондың бөгөнгө хәле, социаль-иҡтисади торошо, алда торған бурыстар, хәл итәһе мәсьәләләр тураһында хакимиәт башлығы Фаил Рафаэль улы МӨХӘМӘҘИЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Фаил Рафаэль улы, күптән түгел район халҡы шаулап-гөрләп Һабантуй байрамын уҙғарҙы. Был милли байрам ауыл кешеләренең, элеккесә әйтһәк, крәҫтиәндең мөһим эшмәкәрлегенә – яҙғы сәсеүгә йомғаҡ яһауы ла ул. Ауыл хужалығы предприятиелары баҫыу эштәре кампанияһын нисек үткәрҙе?
– Сәсеү эштәре ойошҡанлы, ҡыҫҡа ваҡытта үтте. Бөгөн беҙҙең район биләмәһендә ун ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 83 крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләп килә. Әлбиттә, фермерҙарҙың барыһы ла баҫыусылыҡ тармағы менән шөғөлләнмәй, төрлөһө төрлө өлкә буйынса махсуслаша. Ә инде ауыл хужалығы тармағына килгәндә, быйыл район аграрийҙары яҙғы сәсеүҙе 17 апрелдә, былтырғыға ҡарағанда 17 көнгә иртәрәк башланы. Дым ҡаплау, тырматыу, баҫыуҙарға минераль ашлама индереү, иген һәм техник культуралар сәсеү кеүек мөһим эштәр барыһы ла ойошҡанлы үтте.
Әлбиттә, ер кешеһенең эшмәкәрлегенә тәбиғәт тә үҙгәрештәр индереп, мәшәҡәттәр өҫтәп ҡуя. Мәҫәлән, быйыл төбәктә ҡырыҫ һауа шарттары арҡаһында ужым культураларының арыу уҡ өлөшө һәләк булды. Беҙҙең районда ла 7400 гектар ерҙең 2440-ында был культураларҙы яңынан сәсергә тура килде. Беренсенән, бының өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителһә, икенсенән, сәсеү эштәре мәлендә алтынға тиң ваҡытты алды.
Апрель айында агросәнәғәт комплекстары араһында ярыш ойоштороу тураһында ҡарар сығарғайныҡ. Шуға ярашлы иң алдынғы хужалыҡ етәкселәре, баш агрономдар һәм инженерҙар, ауыл хужалығы эшсәндәре “Еңеүсе” таҫмаһы, район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Хужалыҡтар араһында Владимир Храмцов етәкселегендәге “Ярославский” кооперативы еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ “Киров”, “Ләмәҙ”, “Золотое руно” йәмғиәттәренең алдынғы хеҙмәтсәндәре лә еңеүселәр рәтендә билдәләнде.
Һуңғы йылдарҙа техник культураларға баҫым яһайбыҙ, сөнки улар талымһыҙ, әммә килемле һанала. Хужалыҡтар һыналған төрҙәргә – көнбағыш менән рапсҡа өҫтөнлөк бирә. Был йәһәттән үрҙә телгә алып үткән “Ярославский” кооперативы уңышлы эшләй. Район аграрийҙары замандан артта ҡалмаҫҡа, ашлыҡтың яңы сорттарын һынап ҡарарға, техника паркын даими яңыртырға, хеҙмәт кешеһе хаҡында хәстәрлек күрергә, йәғни лайыҡлы эш хаҡы түләргә тырыша.
Һабантуйҙа бына шундай баҫыу батырҙарын, уңған етәкселәрҙе, фермерҙарҙы данланыҡ. Ҙур көс түгеп башҡарылған хеҙмәт яҡшы һөҙөмтә бирер, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре мул уңыш үҫтереп алыр, тип өмөтләнәбеҙ.
– Малсылыҡ тармағында эштәр нисек тора?
– Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында 8450 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 3529-ы – һауын һыйырҙары. Күп хужалыҡтар, мәҫәлән, “Золотое руно”, “Митрофановка”, “Хәлил”, “Вымпел” йәмғиәттәре, “Победа”, “Киров” кооперативтары малды йәйге осорҙа йәйләүҙә көтөү ысулына өҫтөнлөк бирә. “Урал-Тау” йәмғиәте, “Ярославский” кооперативы һауын һыйырҙарын йыл әйләнәһенә фермала тотоуҙы ғәмәлгә индергән.
Хужалыҡтар, төрлө программаларҙа ҡатнашып, хөкүмәт тарафынан булдырылған матди ярҙамға эйә булырға, гранттар алырға тырыша. Мәҫәлән, Сальевка ауылындағы “Галактика” кооперативы Дыуан һәм Мәсетле райондарының крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан, шулай уҡ халыҡтан һөт йыйыу, уны беренсел эшкәртеү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Кооператив 2016 йылда 2 миллион һумдан ашыу, ә былтыр 3 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәште. Был ярҙам һөт ташыу машиналары, һыуытыу ҡорамалдары алыуға тотонолдо.
– Һеҙҙә тоҡомло йылҡысылыҡтың үҫешеүен дә беләбеҙ. Дыуан ипподромының даны күптәргә билдәле...
– Эйе, Дыуан ауылындағы ипподром туғыҙ тиҫтәгә яҡын йылға торошло бай тарихҡа эйә. Ул 1931 йылда Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә Орлов һәм рус тоҡомло юртаҡтарҙы үрсетеү буйынса йылҡысылыҡ һәм тоҡомсолоҡ фермалары асылыуға бәйле барлыҡҡа килә. Бөгөн бында һыбай йөрөргә өйрәтәләр, бәйгеләр ойошторола, атлы туризм үҫешә. Орлов һәм рус тоҡомло юртаҡтарҙан тыш, башҡорт тоҡомло аттар ҙа үрсетелә.
Ошо көндәрҙә ипподромда, йыл һайын үткәрелгән матур йолаға тоғро ҡалып, йәйге бәйге миҙгелен асыуға арналған ат спорты байрамы уҙҙы.
– Бөгөн муниципалитеттар милли проекттарҙа, башҡа төрлө маҡсатлы программаларҙа ҡатнашып, бихисап башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә. Был йәһәттән һеҙҙә эш нисек ҡуйылған?
– Әлеге йүнәлештә маҡсатлы эштәр алып барыла. 2018 йылда “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы Вознесенка ауылында ял паркы, Таҙтүбәлә мемориаль комплекс, балалар майҙансығы, урам сәхнәһе төҙөкләндерелде. Шулай уҡ район үҙәге Мәсәғүттә Усов, Октябрь, Электр урамдарында ихаталар яңы төҫ алды. Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау программаһы буйынса Усов урамындағы ҡатлы йорттоң ҡыйығына капиталь ремонт яһалды.
Социаль һәм маҡсатлы программалар фонды иҫәбенә бихисап эш башҡарыла. Мәҫәлән, Мәтәле ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал яңыртылды, һыу селтәренә капиталь ремонт яһалды, ауыл советы өсөн кәрәкле ҡорамалдар – һабан, бесән сапҡыс, трактор тағылмаһы алынды. Заимка ауылының табип амбулаторияһы санитар автомобилле булды. Һикәяҙ ауылы мәктәбендә 12 миллион 170 мең һумлыҡ эштәр башҡарылды: йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы үҙгәртеп ҡоролдо, блоклы ҡаҙанлыҡ сафҡа инде. Усть-Әйәҙ урта мәктәбендә ике машина ҡуйырлыҡ йылы гараж төҙөлдө.
Быйыл да күләмле эштәрҙе башҡарып сығырға иҫәп тотабыҙ. “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы, өс йәмәғәт биләмәһен – Дыуан ауылында мәҙәниәт һәм ял паркын, Мәсәғүттә Еңеү паркын, Ярославкала мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанды төҙөкләндереүгә 13 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. “Башҡорт ихаталары”, күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте һәм подъездарҙы ремонтлау программаларына ла ҡушылдыҡ: район үҙәгендәге күп фатирлы йорттарҙа туғыҙ подъезд, ике йорт ҡыйығы, бер ихата өр-яңы төҫ аласаҡ.
Тораҡ пункттарҙа урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу буйынса республика программаһына ярашлы район биләмәһендәге ауылдарҙа 5 миллион һумға торошло эштәр башҡарыласаҡ.
Күреүегеҙсә, эштәр бара. Бындай программаларҙың ҡайһы берҙәренә, мәҫәлән, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгәненә халыҡ та үҙ өлөшөн индерә. Ғәҙәттә, кешеләр үҙҙәре кәрәк тип тапҡан һәм өлөш индергән эшкә һаҡсылыраҡ, йәғни хужаларса мөғәмәләлә була.
– Әле һеҙ башлыса төҙөкләндереүгә бәйле эштәр менән таныштырҙығыҙ. Ә етештереү предприятиелары, эшҡыуарҙар ярҙам сараларынан, яңы мөмкинлектәрҙән файҙаланамы?
– Был тәңгәлдә лә билдәләрлек миҫалдар бар. Мәҫәлән, төбәгебеҙҙәге иң эре етештереү предприятиеларының береһе һаналған “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте яҡлау” милли проектында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ошоға бәйле республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар төбәк үҙәгенән вәкилдәр уның эшмәкәрлеге менән танышты. Әйтергә кәрәк, был комбинат 1948 йылда Мәсәғүт май заводы булараҡ барлыҡҡа килә. Ул республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә һөт сеймалын эшкәртеү буйынса иң ҙур предприятиеларҙың береһе һанала. Комбинаттың етештереү ҡеүәте тәүлегенә 300 тоннаға тиклем аҡты эшкәртеү мөмкинлеге бирә.
– Үрҙә мәктәптәрҙә башҡарылған эштәр хаҡында ла телгә алдығыҙ. Социаль тармаҡҡа яңынан әйләнеп ҡайтып, белем усаҡтарының матди-техник торошо, балалар баҡсаһында урындар менән тәьмин итеү мәсьәләләре менән дә таныштырһағыҙ ине.
– Районда 22 дөйөм белем биреү ойошмаһы иҫәпләнә, уларҙа 4100 бала уҡый. Быйыл 155 уҡыусы мәктәпте тамамланы. Улар йылдағыса уҡырға инеү буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер, тип ышанам.
Район үҙәгендәге ике белем усағында – лицейҙа һәм гимназияла уҡыу ике сменала ойошторола. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Төньяҡ биҫтәлә яңы мәктәп төҙөү бурысы тора. Әлбиттә, әлеге йүнәлештә мөмкин булғанса эш алып барабыҙ. Мәсәғүт гимназияһында бер миллион һумға торошло эштәр башҡарылып, өҫтәмә уҡыу урындары булдырылды.
Белем усаҡтарында балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу эше яҡшы ҡуйылған, район мәктәптәрен тулыһынса тиерлек йылы бәҙрәфтәр менән тәьмин иттек. Быйыл Өлкөндө урта мәктәбендә ошо йүнәлештәге эштәр башҡарылды. Һикәяҙ мәктәбендә спорт залы ремонтланды.
Мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы иң ҙур бурыстар иҫәбендә Таҙтүбәлә – 120, Озеро ауылында 60 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөүҙе билдәләр инем. “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһына капиталь ремонт яһаласаҡ.
Балалар баҡсаһында урындар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә артыҡ ҡырҡыу тора тип әйтеп булмай. Барлығы 19 мәктәпкәсә учреждение, бынан тыш, дүрт филиал, ике башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы комплексы эшләп килә. Мәктәптәрҙә ике төркөм, өс ғаилә тәрбиәһе төркөмө булдырылған.
Һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәләрендә лә билдәләрлек уңыштар бар. Былтыр дөйөм хаҡы 12 миллион һумға торошло ике УЗИ аппараты, “Ашығыс ярҙам” машинаһы, үпкәләрҙе яһалма тын алдырыусы аппарат алдыҡ.
Райондың дауалау-профилактика учреждениеларында 677 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 103 табип эшләй. Участка терапевтары һәм педиатрҙар менән йөҙ процентҡа тәьмин ителгәнбеҙ. Яҡын киләсәктә бер сменала 200 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы төҙөү хаҡында һүҙ алып барабыҙ.
Беҙҙә мәҙәни саралар бик матур үтә. Ауылдарҙағы мәҙәни-ял үҙәктәренең, китапханаларҙың эше маҡтауға лайыҡ. Уларға ла һәр йәһәттән ярҙам итергә, матди-техник базаны нығытырға, ҡорамалдар, сәхнә костюмдары һатып алырға тырышабыҙ.
Дыуанда берҙәм, эшһөйәр, сәмле халыҡ йәшәй. Киләсәктә ауылдарҙа йәш ғаиләләр артһын, йәштәр белем алып, тыуған яғына ҡайтһын, бәләкәй Ватаны өсөн кәрәкле белгестәр булһын, йәшәгән еребеҙҙе тағы ла матурыраҡ һәм төҙөгөрәк итеүгә үҙ өлөшөн индерһен, тигән теләктә ҡалам. Беҙҙең тарафтан алып барылған барлыҡ эштәр ҙә тап ошо изге маҡсатҡа йүнәлтелгән.