– Беҙҙең алда бик яуаплы осор тора. Ҡайһы бер фермерҙар бесән әҙерләү менән генә сикләнә, быға юл ҡуйырға ярамай, сөнки мал сифатлы һәм һутлы аҙыҡ алырға тейеш, – тип иҫәпләй район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлей Түгелбаев. Әле район хужалыҡтарында 5600 центнер бесән, 16700 центнер сенаж әҙерләнгән. Шулай уҡ 880 гектарҙа күп йыллыҡ үлән, козлятник сабылған. “Еҙем” бүлексәһе, “Инйәр” йәмғиәте, Артур Сабитовтың, Альберт Ғәббәсовтың, Юрий Кузнецовтың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшкә ныҡлап тотонған. Ошо көндәрҙә башҡалар ҙа ҡушыласаҡ.