Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы ғәмәлгә ашырылған “100 йыллыҡҡа – 100 объект” проектына ярашлы, төбәгебеҙҙең төрлө ауылдарында мәктәптәр, балалар баҡсалары, башҡа төрлө социаль әһәмиәтле биналар сафҡа инде. Күп урындарҙа ҙур төҙөлөштәр әле лә дауам итә. Тиҙҙән Дыуан ауылында ла өр-яңы социаль-мәҙәни үҙәк үҙ ишектәрен асасаҡ.
Дыуан ауылы халҡы яңы мәҙәниәт йорто тураһында күптән хыяллана, сөнки элеккеһе 2010 йылда уҡ авария хәлендә тип табылған. Быға тиклем мәҙәни саралар элекке ауыл хужалығы техникумында, яңы колледждың тантаналар залында үткәрелеп килгән. Әлбиттә, өйҙәш булып йәшәү бер ҙә рәхәт түгел.
Төҙөлөп ятҡан үҙәктә 300 урынлыҡ тамаша залы, ололар һәм балалар өсөн китапхана, тренажер залы буласаҡ. Шулай уҡ ауыл хакимиәте лә ошонда урынлашасаҡ.
Төҙөлөштө “Капитал-строй” йәмғиәте башҡара. Беҙ барғанда, ҡыйыҡты ябалар ине. Йылылыҡ, электр, канализация селтәре тулыһынса әҙер, эшселәрҙең бер өлөшө бинаны эске яҡтан биҙәү-штукатурлау менән мәшғүл.
Прораб Петр Лещенский – тәжрибәле хәрби төҙөүсе, илдең төрлө төбәктәрендә мөһим объекттарҙы сафҡа индереүҙә ҡатнашҡан.
– Төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк юҡ. Эш хаҡын ваҡытында алабыҙ. Хеҙмәт һөймәгәндәрҙе, илке-һалҡы йөрөгәндәрҙе бөтөнләй тотмайбыҙ, ундайҙар менән шунда уҡ хушлашабыҙ, – ти тәртип һәм теүәллек ҡанына һеңгән хәрби төҙөүсе.
Төҙөлөш эштәренең дөйөм күләме 73 миллион һум, төрлө ҡорамалдар менән 90 миллион һумға етәсәк, тип билдәләнә. “Әгәр барыһы ла ыңғай барһа, эштәрҙе сентябргә тамамларға иҫәп тотабыҙ”, – тине Петр Васильевич.
Яңы мәҙәниәт йорто Дыуан ауылы халҡына оҙон-оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, ул балаларҙы һәм ололарҙы үҙенә тартып торған, кешеләрҙең йәшәйешен йәмлерәк иткән үҙәккә әйләнһен!