Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июнь 2019, 23:36

Кәсепселек – башҡорттоң ҡанында

“Ҡоролтайҙың төп бурысы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡайтып ҡалһын ине”, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшҡыуарлыҡ буйынса ла секция эшләне.
Уның резолюцияһында киләһе йылды “Этнотуризм йылы” тип иғлан итеү тураһында тәҡдим дә бар.
Республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөһимлеген төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та йыш телгә ала, әле лә пленар ултырышта ул: “Ҡоролтайҙың төп бурысы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡайтып ҡалһын ине”, – тине.
Радий Фәрит улы шулай уҡ эшҡыуарлыҡ буйынса үҙенең урынбаҫарын булдырыу ниәте барлығын да белдерҙе.
Читайте нас: