Бөгөнгә республикала 111 мең тонна бесән әҙерләнгән.
Был планда ҡаралғандың 14 процентын тәшкил итә. 184 мең гектар ерҙә күп йыллыҡ үлән сабылған.
Төбәктә шулай уҡ 318 мең тонна сенаж һалынған (20 процент тәшкил итә). Был эштә айырыуса Дүртөйлө районы хужалыҡтары етеҙлек күрһәтә. Улар 33,5 мең тонна сенаж һалып өлгөргән.