Республикала "йәшел ураҡ" ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бөгөнгә бөтәһе 402 мең тонна сенаж һалынған. Был һутлы аҙыҡҡа ихтыяждың 26 процентын тәшкил итә.
Сенаж әҙерләү буйынса айырыуса Благовещен (70 процент) менән Балтас (70 процент) хужалыҡтары уңғанлыҡ күрһәтә. Ҡалтасы (62 процент) һәм Йәрмәкәй (56 процент) райондары ла уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыша.
Бөтәһе 152 мең тонна бесән етештерелгән.