Заман талаптарына яуап биргән кадрҙарҙы ҡайҙан алырға? Шул һорау менән борсолған эшлеклеләр бөгөн Өфөләге “Күл янында” ресторанына йыйылды.
– Етәксе алдында ике проблема тыуа: беренсеһе – ҡайҙан белдекле хеҙмәткәр табырға, икенсеһе – һәләтһеҙ булғанынан нисек ҡотолорға, – тигәйне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. – Шуны күҙ уңында тотоп, “Башҡортостан лидерҙары” проектын эшкә ҡушабыҙ.
Проекттың маҡсаты – интеллектуаль һәләте юғары кимәлдә булған етәкселәрҙе, белгестәрҙе асыҡлау, уларға лидерлыҡ сифаттарын һәм идара итеү белдеклелеген үҫтерергә ярҙам итеү.
“Эшлекле Рәсәй” Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе үҙенең сираттағы ултырышында һәләтле йәштәрҙе нисек асыҡлау, улар өсөн уңайлы үҫеш шарттары тыуҙырыу тураһында һөйләште. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Татьяна Саенко, “Эшлекле Рәсәй” Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Айҙар Зөбәйеров һәм башҡалар ҡатнашты.