Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июль 2019, 03:00

Абруй тырыш хеҙмәт менән яулана

Сираттағы уҡыу йылы тамамланды. Мәктәптәр бушап ҡалды. Ә шулай ҙа ҡаланың 4-се дөйөм белем биреү мәктәбенә иртә менән шау-гөр килеп балалар йыйыла. Улар йәйге мәктәп яны лагерында ял итә. Ял ваҡыты өс аҙнаға иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта лагерҙа – 240 бала. Улар оҙайлы уҡыу йылынан һуң рәхәтләнеп көндәрен үткәрһен, сәләмәтлек һәм көс туплаһын өсөн бында уңайлы шарттар тыуҙырылған. Уларҙың туҡланыуына бигерәк тә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Әлеге осорҙа мәктәп ашханаһында лагерҙа ял итеүселәр менән бергә, Ижад йортонда һәм Йәш техниктар станцияһында шөғөлләнеүселәр ҙә — барлығы 400-ҙән күберәк бала туҡлана. Уларҙы аш-һыу менән Мәләүез ҡулланыусылар йәмғиәте тәьмин итә. Беҙ килгәндә ашнаҡсылар төшкө ашты өлгөртөп тора ине. Меню бай: яңы уңыш йәшелсәһенән салат, итле блюдолар, компот һәм сәй янына тәм-том – бөтәһе лә нәзәкәтле, тәмле итеп әҙерләнгән.

Сираттағы уҡыу йылы тамамланды. Мәктәптәр бушап ҡалды. Ә шулай ҙа ҡаланың 4-се дөйөм белем биреү мәктәбенә иртә менән шау-гөр килеп балалар йыйыла. Улар йәйге мәктәп яны лагерында ял итә. Ял ваҡыты өс аҙнаға иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта лагерҙа – 240 бала. Улар оҙайлы уҡыу йылынан һуң рәхәтләнеп көндәрен үткәрһен, сәләмәтлек һәм көс туплаһын өсөн бында уңайлы шарттар тыуҙырылған. Уларҙың туҡланыуына бигерәк тә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Әлеге осорҙа мәктәп ашханаһында лагерҙа ял итеүселәр менән бергә, Ижад йортонда һәм Йәш техниктар станцияһында шөғөлләнеүселәр ҙә — барлығы 400-ҙән күберәк бала туҡлана. Уларҙы аш-һыу менән Мәләүез ҡулланыусылар йәмғиәте тәьмин итә. Беҙ килгәндә ашнаҡсылар төшкө ашты өлгөртөп тора ине. Меню бай: яңы уңыш йәшелсәһенән салат, итле блюдолар, компот һәм сәй янына тәм-том – бөтәһе лә нәзәкәтле, тәмле итеп әҙерләнгән.


– Беҙ уҡыусылар табынына аш-һыуҙы һәм ризыҡтарҙы үҙ балаларыбыҙға бешергән кеүек тәмле итеп әҙерләйбеҙ. Бының өсөн районыбыҙҙа етештерелгән юғары сифатлы, экологик йәһәттән таҙа йәшелсә, ит һәм һөт ризыҡтарын ғына ҡулланабыҙ. Ашханала тәжрибәле, үҙенә һәм башҡаларға талапсан хеҙмәткәрҙәр эшләй, сөнки балаларҙы туҡландырыу – бик тә яуаплы эш, – тип һөйләй әлеге мәктәп ашханаһының ашнаҡсы-бригадиры Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре Лилиә Тимерәева.
Әйткәндәй, дөйөм туҡланыу йәмғиәт эшмәкәрлегендә төп тармаҡтарҙың береһе булып тора. Дөйөм туҡланыу әйләнеше буйынса Мәләүез кооператорҙары “Башпотребсоюз” системаһында икенсе урында билдәләнә. Бында мәктәп туҡланыуының роле ҙур. Йәмғиәт ҡаланың ун мәктәбендә көн һайын биш мең уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Иң мөһиме – был яуаплы эш тармаҡта баш­ҡаларға үрнәк булырлыҡ итеп ойошторолған. Мөмкинлектәрҙе киңәйтеү, дөйөм туҡланыуға уҡыусыларҙы тағы ла күберәк йәлеп итеү өсөн ете мәктәптә буфеттар эшләй.
Уҡыусылар тураһында хәстәрлек йәйге осорҙа ла дауам итә. Әлеге йәйге каникул мәлендә ҡаланың биш өҫтәмә белем биреү, һигеҙ дөйөм белем биреү мәктәптәрендәге йәйге лагерҙарҙа дөйөм туҡланыу ойош­торолған. Предприятиеның үҙендә етеш­терелгән продукция дөйөм туҡланыу тармағы эшмәкәрлегенең мөһим күрһәткесе һәм төп табыш сығанағы һанала. Продукцияның сифатын яҡшыртыуға һәм ассортиментын байытыуға етди иғтибар бирелә. Йәмғиәт ағымдағы йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса “Дөйөм туҡланыуҙы үҫтергән өсөн” номинацияһында тармаҡта беренселекте яулаған. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта дөйөм туҡланыу әйләнеше үткән йылдың ошо осорона ҡарата 114,4 процент тәшкил иткән. Был ошо йүнәлештә эш­мәкәрлек алып барған 16 предприятие коллективының фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Дөйөм туҡланыу предприятиеларында эш­ләгән һөнәр эйәләренә талаптар айырыуса юғары. Йәмғиәт ашнаҡсыларының, конди­терҙарының оҫталығына таң ҡалырлык. Был һүҙҙәр – юғары разрядлы ашнаҡсы-бригадирҙар Фәйрүзә Әхмәтшина, Елена Кальянова, Елена Позднякова, ашнаҡсы Ольга Клокова, мәктәп туҡланыуы буйынса әйҙәүсе белгес Людмила Гундорина хаҡында.
Сауҙа тармағы йәмғиәттең төп эшмә­кәрлеге булып тора. Уның утыҙҙан ашыу магазины бар. Ун һигеҙ магазинда үҙҙәре сауҙа итә, ә ҡалғандары ҡуртымға бирелгән. Бөгөн ауыл сауҙаһына супер, гипермаркеттар менән дәғүәселек итергә тура килә. Әммә коопе­раторҙар сауҙа тармағын һәм хеҙмәтләндереү өлкәһен камиллаштырыу, хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен күтәреү юлы менән баҙарҙы яулай. Магазиндарҙы заманса яңыртыу, уңайлы эш шарттары тыуҙырыу өсөн көстө һәм сығымдарҙы йәлләмәйҙәр.
Хәҙер ауылдарҙа ла үҙ-үҙеңде хеҙ­мәтләндереүгә ҡоролған минимаркеттар эшләй. Уларҙың береһе Ҡаран ауылында урынлашҡан. Был магазин ҡалаларҙағынан һис айырылмай. Бер нисә йыл элек унда яҡшы итеп ремонт яһалған, үҙ-үҙеңде хеҙ­мәтләндереү өсөн шарттар тыуҙырылған. Ма­газин Ҡаран, Тамъян, Ташлыкүл, Кузьмин­ское ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Икмәк-ҡалас изделиелары, һөт продукттары, эсем­лектәр, бакалея, кулинария һәм ярымфабрикаттар, диетик һәм профилактик ашамлыҡ, ғөмүмән, бүлектәрҙә кәрәкле бөтә ризыҡты табырға мөмкин. Магазиндың Ырымбурға илтә торған трассаға яҡын урынлашыуы юлсыларға ла ҙур уңайлыҡтар тыуҙыра. Минимаркетҡа сауҙа өлкәһендә бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған Светлана Ярошенко етәкселек итә.
Һатыусылар Наталья Колбасова, Юлия Нефедова, Тамара Абрамова заманса сауҙаның бөтә нескәлектәрен белеп эшләй. Ҡырҡ йылдан ашыу сауҙа өлкәһендә эшләгән Воскресенское ауылы магазины мөдире Лидия Андреева, 13-сө магазин мөдире Рәйсә Сөләймәнова, Смаҡ ауылы магазины мөдире Гөлйөҙөм Аҫылбаева хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөмкин. Ғөмүмән, коллективта күп йылдар дауамында үҙ һөнәренә тоғро, тырыш кешеләр эшләй. Кадрҙар буйынса белгес Светлана Ларионова, ревизия комиссияһы рәйесе Любовь Лазарева, баш хисапсы Ирина Халиҡова, әйҙәүсе хисапсы Людмила Денисова, коммерция буйынса әйҙәүсе белгес Любовь Нестерова – коллективтың терәге һәм йәштәргә үрнәк.
Мәләүез кооператорҙары үҙҙәренең хеҙмәтен халыҡҡа игелекле итеү өсөн тырыша. Был йәһәттән әҙерләүҙәр тармағы эшмәкәрлеге социаль йүнәлтелгәнлеге менән айырылып тора. Урындарҙа малсылыҡ продукцияһы, йәшелсә, емеш-еләк, дарыу үләндәре, икенсел сеймал йыйыу яйға һа­лынған. Йыл әйләнәһенә фермер хужа­лыҡтарынан һәм халыҡтан ауыл ерендә етештерелгән ризыҡтарҙы һатып алалар. Йәмғиәттең әҙерләүҙәр әйләнеше ағымдағы ярты йылда, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 100,7 процент тәшкил иткән. Әҙерләү тармағының үҫеше ауыл халҡының тормош кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә.
Йәмғиәт – тармаҡта алдынғы, абруйлы предприятие. Улар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте һәм ижтимағи әүҙемлеге менән тыуған ҡалала һәм районда ла ихтирам яулаған. Коопе­раторҙар яңыраҡ ҡына “Урал аръяғы-2019” инвестиция һабантуйында, унан алдараҡ Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам сараларында, район һабантуйында ҡат­нашҡан. Инвалидтар, Оло йәштәгеләр көндәрендә социаль яҡлауға мохтаждарға аҙыҡ-түлек пакеттары өләшәләр.

Йәмғиәттең эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡас, коллективтың һөҙөмтәле хеҙмәте, абруйы, кадрҙарҙың тотороҡлолоғо, етәксенән башлап һәр хеҙмәткәрҙең юғары кешелек сифаттары, фиҙакәрлеге тармаҡтағы күп хеҙмәт коллективтарына үрнәк булып тора, тип әйтергә кәрәк. Улар үҙҙәренең һөнәри байрамын матур хеҙмәт уңыштары һәм яҡты йөҙ менән ҡаршылай.
Читайте нас: