Ошо көндәрҙә донъяның бар кооператорҙары ла һөнәри байрамдарын билдәләй. Был дата 1992 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан раҫлана. Кооперация һәр илдең иҡтисадын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Быуаттан ашыу тарихҡа эйә Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзының да республика үҫешенә һалған өлөшө һанап бөткөһөҙ ҙур.
1923 йылда республиканың күп райондарында, шул иҫәптән Учалыла ла ошондай йәмғиәт төҙөлә. Уның составына Ахун сельпоһы, Учалы, Поляковка, Сәфәр, Ураҙ, Ҡалуй, Яңы Байрамғол ауылдары кооперация берекмәләре инә. Район халҡын 44 магазин хеҙмәтләндерә. Сауҙа менән берлектә кооператорҙар икенсе сеймал ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү, дарыу үләндәре йыйыу менән дә шөғөлләнә.
СССР Конституцияһына ярашлы, 1936 йылдан бөтә кооперативтар күп тармаҡлы хужалыҡҡа әйләнә. Төп эшмәкәрлегенән тыш, Учалы ҡулланыусылар йәмғиәте лә илдә барған коллективлаштырыу, наҙанлыҡты бөтөрөү кампанияларында әүҙем ҡатнаша. Кино күрһәтеү ҡорамалдары һатып алына, радионөктәләр ҡуйыла. Был йылдарҙа стахановсылар, хеҙмәт алдынғылары хәрәкәте киң йәйелдерелә.
1939 йылда Учалы ҡулланыусылар йәмғиәтенә райондың башҡа ауылдары ла ҡушыла.
Һуғыш йылдарында ил халҡы менән берлектә кооператорҙар ҙа “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!” лозунгыһы нигеҙендә фашист илбаҫарҙарын ҡыйратып, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләй. Коллективтан 315 кеше һуғышҡа китә, бар техника, йөк аттары фронтҡа оҙатыла. 1943 йылда ҡулланыусылар йәмғиәте Сталиндан Рәхмәт хаты ала.
Һуғыштан һуңғы йылдар бик ауыр була, йәмғиәттең матди-техник базаһы наҡыҫлана. Сауҙа лавкалары ҡулайлаштырылған биналарҙа, келәттәрҙә урынлаша, магазиндар йылытылмай.
Яйлап хәлдәр арыулана. Яңы магазиндар, цехтар, келәттәр төҙөлә. Торғонлоҡ йылдарында ла, үҙгәртеп ҡороу заманында ла күмәк кешенең берләшеп башҡарыуына нигеҙләнгән хеҙмәттең был формаһы һынауҙарҙы лайыҡлы үтә. Туҡһанынсы йылдарҙа башланып, күп кенә предприятиеларҙың артабан үҫеү мөмкинлеген сикләгән иҡтисади көрсөккә лә бирешмәй, халыҡ мәнфәғәтендә эшләү, райондаштарын көндәлек тауарҙар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү бурысын Учалы кооператорҙары еренә еткереп башҡара.
2002 йылда йәмғиәт пайсылары Совет рәйесе итеп Рәйес Хәбибуллинды һайлай. Комсомол эшендә сыныҡҡан, хеҙмәт юлын тракторсы булып башлап, колхоз рәйесе, предприятие директоры вазифаларына тиклем үҫкән талапсан, замандан ҡалышмай гел яңылыҡҡа ынтылған, ҙур ойоштороу һәләтенә эйә тәжрибәле етәксе килгәс, төплө һәм етди үҙгәрештәрҙән һуң, яңыртылған ҡулланыусылар йәмғиәте “Нур” исемен ала.
Бөгөн районда “Нур” ҡарамағында ике дарыухана, 25 магазин иҫәпләнә. Ҡаланың үҙәк баҙары янындағы дарыухананың тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндереүе учалылар өсөн бик уңайлы. Әйткәндәй, районда ошондай тәртиптә эшләүсе берҙән-бер дарыухана ул.
Магазиндарҙың күбеһендә, заман талаптарына ярашлы, һатып алыусыға үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндереү мөмкинлеге булдырылған, йәғни эре сауҙа үҙәктәрендәге кеүек, халыҡ магазин буйлап йөрөп, үҙҙәре теләгән тауарҙы һайлай, ә иҫәп-хисап кассала ғына башҡарыла. Сауҙа нөктәләрендә киң ассортиментлы көнкүреш кәрәк-ярағының, сифатлы, тәбиғи продукцияның барлығы, хаҡтарҙың сағыштырмаса арзан булыуы, һатыусыларҙың йылы мөнәсәбәте “Нур” селтәрҙәренә халыҡты күпләп йәлеп итә.
– Киоск һәм бер магазиныбыҙ ғына ҡалала урынлашҡан, ҡалған сауҙа нөктәләре районда. Ҡала ерендә былай ҙа магазин, маркеттар күп. Беҙ тәү сиратта ауыл халҡын уйлап эшмәкәрлек итәбеҙ, көндәлек кәрәкле тауарҙар, аҙыҡ-түлек өсөн ҡалаға барып ваҡыт, аҡса әрәм итеп йөрөмәһендәр, ихтыяждарын урында ғына ҡәнәғәтләндерһендәр тип тырышабыҙ. Ғаризалар буйынса йорт йыһаздары, төҙөлөш материалдары ла килтерәбеҙ. Магазиндарыбыҙҙың ҡайһы берҙәренә кредиттар түләү, телефонға аҡса күсереү өсөн терминалдар ҙа урынлаштырҙыҡ. Хаҡтар юғары булмаһын өсөн, аралашсылар менән эшләмәйбеҙ, республиканың күмәртәләп һатыу базалары йыраҡ урынлашҡас, тауарҙы Силәбе, Екатеринбург өлкәләренән килтерәбеҙ, урындағы етештереүселәр менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, – ти Рәйес Шафиҡ улы.
“Нур” ҡулланыусылар йәмғиәте сауҙа итеү менән генә мәшғүл түгел, уның үҙ производствоһы ла бар. Ике кондитер цехы, колбаса һәм ит ярымфабрикаттары цехтары уңышлы эшмәкәрлек алып бара.
Учалы халҡы бигерәк тә райондың төньяғында урынлашҡан Поляковка ауылындағы кондитер цехы етештергән икмәк-ҡаластарҙы яратып һатып ала – үҙәк баҙар эргәһендәге автокибеткә “пәләкәү икмәге” өсөн иртә таңдан оҙон сират теҙелә. “Rеvent” мейестәрендә ҡомалаҡтан әҙерләнгән сүпрә ҡушып бешерелгән ҡаластарҙы бер тәмләп ҡараған кеше һуңынан да уға өҫтөнлөк бирә. Үҙҙәре йыйған еләк-емештән бәлештәр, башҡа кондитер изделиелары ла бешерә “пәләкәүҙәр”.
Башҡа цехтарҙа ла эш гөрләп тора. “Нур”ҙар етештергән сифатлы, тәбиғи продукция учалыларға ғына түгел, башҡа райондар халҡына, күрше силәбеләргә лә таныш.
Ҡулланыусылар ышанысын яулаған йәмғиәт йылдан-йыл тотороҡло үҫеш кисерә. Былтыр предприятиеның дөйөм эшмәкәрлек күләме 408 миллион һум тәшкил иткән, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 20 миллионға күберәк тигән һүҙ.
Сауҙа нөктәләрен, цехтарҙы ремонтлауға, ҡорамал, техника һатып алыуға ла ҙур иғтибар бүленә йәмғиәттә.
– Магазиндарыбыҙ эстән дә, тыштан да ялтырап, һатып алыусыларҙы йәлеп итһен, уңайлы булһын, цехтарыбыҙ бар талаптарға ла яуап бирһен өсөн тырышабыҙ. Заман технологияларынан ҡалышмау маҡсатында яңы ҡорамал менән йыһазландырабыҙ – былар барыһы ла йәмғиәт аҡсаһына башҡарыла, – ти рәйес.
“Нур”ҙа бөгөн 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Башҡа предприятиеларҙағы кеүек, бында ҡыҫҡартыуҙар булғаны юҡ, эш хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек. Һатыусыларҙың, башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри квалификацияларын камиллаштырыу маҡсатында йәмғиәттә маҡсатлы эш алып барыла. Тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн ай һайын берәй магазинға экскурсия ойошторола. Яңы хеҙмәт юлын башлаған йәштәргә һөнәр нескәлектәрен төшөндөрөү өсөн оҙаҡ йылдар эшләгәндәрҙе беркетеү ҙә традицияға әйләнгән. “Нур”ҙар ҡала һәм район күләмендә уҙғарылған сараларҙа ғына түгел, республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурс, мастер-кластарҙа, күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Йәмғиәт күрһәткестәр буйынса республикала алдынғыларҙан һанала.
Учалы кооперация хәрәкәтенең данлы тарихын да ҡәҙерләп һаҡлайҙар “нур”ҙар. Йәмғиәттең үҙәк контораһының йыйылыштар залы музейҙы хәтерләтә. Һәр һуғыш ветеранының фоторәсеме, биографияһы, фронт юлы, наградалары, хеҙмәт йылдары тураһында тулы белешмә йыйып, стенд һәм альбом эшләгәндәр. Стеналағы мәғлүмәттәрҙән республика кооперацияһының тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында әллә күпме белешмә табып була. Ә бер мөйөш йәмғиәт лайыҡ булған диплом, почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән тулған, уларҙың күплегенән күҙҙәр ҡамаша хатта.
– Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һәр береһе эшен яратып, күңел һалып башҡара. Бигерәк тә коллективта оҙаҡ йылдар эшләп абруй ҡаҙанған Альмира Хажина, Әнисә Шәғәбутдинова, Гөлфиә Минһажева, Фәнидә Әбдрәшитова, Фәймә Ғиззәтова, Рәмзиә Ғәйнетдинова, Әлфиә Козееваның тырышлығын билдәләге килә, – ти Рәйес Хәбибуллин.
Әйткәндәй, тәжрибәле етәксе күптән түгел үҙе лә фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Бына шулай заман талаптарына ҡулайлашып, киләсәккә ышаныслы ҡарап, һөнәри байрамдарын ҡаршылай “нурҙар”. Халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү менән бер рәттән, дәүләт сәйәсәтен дә уңышлы тормошҡа ашыра улар.
"Хөрмәтле “Нур” ҡулланыусылар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре, пайсылар һәм Учалы районының ҡулланыусылар кооперацияһы ветерандары! Халыҡ-ара кооперация көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ.
Районыбыҙҙың социаль-сәйәси, иҡтисади тормошонда ҡулланыусылар кооперацияһының роле ифрат ҙур һәм мөһим.
Барлыҡ ҡулланыусылар йәмғиәттәре коллективтарына алдарына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен, берҙәм булыуҙарын теләйбеҙ. Хеҙмәткәрҙәргә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ҙур бәхеттәр юлдаш булһын. Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙ халыҡҡа шатлыҡ, рухи ҡәнәғәтлек, матди тотороҡлолоҡ килтерһен".
Рәйес ХӘБИБУЛЛИН,
“Нур” ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе.