Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июль 2019, 18:53

Автобустар хәҙер “тыңлай” башлармы?

Өфөлә йәмәғәтселек транспортында тәртип урынлаштырыу еңел эш булып сыҡманы һәм был турала республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров та белдергәйне.

Фото: glavarb.ru сайтынан.
Фото: glavarb.ru сайтынан.
Өфөлә йәмәғәтселек транспортында тәртип урынлаштырыу еңел эш булып сыҡманы һәм был турала республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров та белдергәйне.
Ул баш ҡалалағы транспорт реформаһының барышы менән ҡәнәғәтһеҙ булыуын әйтте һәм һөҙөмтәлә муниципалитет башлығы урынбаҫары Андрей Федосов эш урынын ҡалдырырға мәжбүр булғайны. Өфө мэры Өлфәт Мостафин оператив кәңәшмәлә ошо урынға Илдар Юланов тәғәйенләнеүен әйтте.
Илдар Юланов быға саҡлы Мәскәүҙә “Лорд” такси хеҙмәтен үҫтереүҙә, Өфөнөң Трнанспорт һәм элемтә идаралығында пассажир транспорты үҫтереү программаһы бүлеге етәксеһе булып эшләгән.
Читайте нас: