Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Июль 2019, 13:24

“Яҙ”ҙы туңдырҙылар…

Фатир ҙа, аҡса ла юҡ.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Бына ике йыл инде “Яҙ” торлаҡ комплексы өлөшсөләре вәғәҙә ителгән фатирҙарын ала алмай йонсой. Фатир ҙа, аҡса ла юҡ…
Кешеләр 2017 йылда уҡ йорттарына хужа булып, асҡысты ҡулдарына алырға тейеш ине. Аҡсаны йыйҙылар, әммә төҙөлөштө башларға ла уйламанылар. Төҙөүсе ойошма – “Госстрой” компаниялар төркөмө Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәрҙе 2015 йылда уҡ “Яҙ” торлаҡ комплексы менән таныштыра. Өс йорттан тороусы комплекстың береһендә эште башлап торалар ҙа, күп тә үтмәй, ҡышҡылыҡҡа туҡтаталар. Яҙ ҙа, йәй ҙә “туңдырылған” төҙөлөш майҙаны йәнләнмәй.
Шуныһы аптырата, бер кем дә алданғандар өсөн яуаплылыҡ тоторға теләмәй, тип хәбәр итә “Версия” гәзите.
Читайте нас: