Өфөлә уҙасаҡ "Экспортлау ваҡыты" Икенсе халыҡ-ара форумында ҡатнашырға теләк белдереп, 300-ҙән ашыу кеше теркәлгән.
– "Экспортлау ваҡыты" форумы Башҡортостан өсөн традицияға әйләнде. Программаны әҙерләгәндә беҙ экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә теләгән йәки эшләгән йүнселдәрҙе борсоған һорауҙарҙың бөтәһен дә иҫәпкә алырға тырыштыҡ. Улар сарала аралашып ҡына ҡалмаясаҡ, ә сит ил сауҙа вәкилдәре менән бәйләнеш булдырасаҡ, экспортҡа ярҙам итеү программаларын тормошҡа ашырған кешеләр танышасаҡ, тармаҡ эксперттарының тәҡдимдәрен тыңлаясаҡ. Форумда ҡатнашыу бушлай, бының өсөн бары тик сайтта алдан теркәлергә кәрәк, – ти Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов.
17 июлдә "Торатау" конгресс-холында уҙасаҡ форум республика йүнселдәренең эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеп, уларға яңы мөмкинлектәр асыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Сара барышында сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙән тышҡы иҡтисад өлкәһендәге алдынғы белгестәр экспорт буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашып, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторасаҡ.
Мәртәбәле форумды Башҡортостан Хөкүмәте, "Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Конгресс-бюроһы, Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ойоштора. Сарала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – финанс министры Антон Силуанов, "Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Слепнев, сит ил вәкилдәре, башҡа федераль власть органдары, эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеге һәм экспортҡа булышлыҡ итеү институттарынан вәкилдәр ҡатнашасаҡ.