Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Июль 2019, 12:47

Стәрлетамаҡта эштәр көйләнә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды. Ул сәнәғәт предприятиеларының, яңы эш башлаған һөт фабрика-кухняһының эшмәкәрлеге менән танышты, ҡала ихаталарын, парктарҙы ҡараны, алданған өлөшсөләр менән осрашты.

Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды. Ул сәнәғәт предприятиеларының, яңы эш башлаған һөт фабрика-кухняһының эшмәкәрлеге менән танышты, ҡала ихаталарын, парктарҙы ҡараны, алданған өлөшсөләр менән осрашты.


Завод аяҡҡа баҫа


Станоктар эшләү заводында төбәк етәксеһе юғары технологиялы ҡорамалдар етештереүсе предприятиеның техник яҡтан яңынан ҡорамалландырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Төрлө проблемалар арҡаһында марттан завод эшмәкәрлеге туҡтатылып торғайны, шулай уҡ предприя­тиеның хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстары ла байтаҡ ине. Радий Хәбиров был проблемаларҙың барыһын да хәл итергә ҡуш­ҡайны.
Хәҙер бында эштәр көйләнгән, эшселәргә бурыстар түләнгән. Заводтың башҡарыусы директоры Александр Стерхов белде­реүенсә, предприятиела әле 800 самаһы кеше эшләй. Етеш­тереү күләме йылына 1 миллиард һумлыҡ тауарға тиң. Улар алдағы ике йылға етерлек килешеүҙәр төҙөгән. Радий Фәрит улы цех­тарҙы ҡарап сыҡты, белгестәр менән аралашты, йәш кадрҙар йәлеп итеү мәсьәләһен күтәрҙе.


Сабыйҙарҙы хәстәрләп



Республика етәксеһе 1 июлдә асылған һөт фабрика-кухняһын­да булды һәм продукция төрҙәре менән танышты.
“Нимә вәғәҙә итәбеҙ – эшләйбеҙ. Әсәләр һөт кухняһы мәсьәләһен күтәргәйне, беҙ бөгөн Стәрлетамаҡта, Өфөнән ҡала, икенсеһен асыуға өлгәштек. Был эш “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Бында туҡланыу үҙенсәлекле, ул шул тиклем тәмле һәм файҙалы, шуға миңә уны рекламалау ҙа оят түгел. Күреп торам: ул бала­ларға ла, белгестәргә лә бик оҡшай. Мотлаҡ рәүештә артабан да һөт кухняларын үҫтерәсәкбеҙ. Йыл аҙағына тиклем улар Нефтекама, Белорет, Октябрьский һәм Сибай ҡалаларында асыла­саҡ”, – тип яҙып сыҡты сәфәр­ҙән һуң Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифә­һендә.
Хәҙер был фабрика-кухня аша Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай райондары, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары балаларына һөт, эремсек һәм кефир оҙатыла­саҡ. Бының өсөн райондарҙа тауар ебәреү өсөн ете нөктә асыл­ған. Пландар буйынса, оҙаҡламай һөт ризыҡтары Күмертауға һәм Ауырғазы районына ла ташы­ласаҡ.
31 декабргә тиклем ошондай уҡ етештереү үҙәктәре үрҙә әйтелгән дүрт ҡалала асылып, тәбиғи һөт ризыҡтары менән 15,5 мең бала тәьмин ителәсәк.


– Ысынбарлыҡта беҙ элек Советтар Союзында булған һөт кухняларын ҡайтарабыҙ. Был бик етди һәм ҙур эш. Тимәк, беҙ бәләкәй балаларҙың һаулығын нығытыу өсөн эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.


Төҙөк ихата шулай булырға тейеш!



“Эврика! Минең һайлап алыу, халыҡ менән бергә хәл итеп эште ойоштороу йәһәтенән ҡуйған талаптарыма яуап биргән ихата таптым, ахыры. Һәр ваҡыт әрлә­шергә тимәгән бит. Бына бөгөн мин, ысынлап та, бәхетле”. Стәр­летамаҡтағы бер ихатаны күргәс, Радий Хәбиров үҙенең сәхи­фәһендә ошо һүҙҙәрҙе яҙҙы. Ниндәйерәк ихата икән һуң ул? Курчатов урамындағы күп фатирлы йорттар ихатаһында әле эш гөрләй. Стәрлетамаҡ мэры Владимир Куликов әйтеүенсә, бында тротуарҙар ремонт­лана­саҡ, машина ҡуйыу урындары эшләнәсәк, контейнер майҙан­сыҡтары рәткә килтереләсәк, йомшаҡ япмалы балалар һәм спорт майҙандары йыһазланды­рыласаҡ, видеокүҙәтеү ойош­тороласаҡ.


Радий Фәрит улы халыҡ менән аралашты. Улар үҙ теләктәрен һәм тәҡдимдәрен еткерҙе. Быйыл Стәрлетамаҡта 40 күп фатирлы йорт урынлашҡан 18 ихата төҙөкләндереләсәк. Был маҡсатта 130 миллион һум аҡса бүленгән. Ете ихатала эш башланған, ҡал­ғандары ла тиҙҙән ҡушыласаҡ.
Бынан тыш төбәк етәксеһе подъездар ремонты барышы менән дә танышты. Ул Артем урамындағы 21А һанлы йортта булды. Бында әле плитка түшәл­гән, тәҙрәләр алмаштырылған, стеналар буялған. Яңы почта йәшниктәре ҡуйылған һәм сымдар махсус ҡаптарға йәшерелгән.
Быйыл ҡалала 83 күп фатирлы йортта 355 подъезды ремонтлау күҙаллана. Бының өсөн 137 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Радий Фәрит улы эште башҡарыусы ойошма вәкилдәре менән аралашты һәм һөҙөмтәнең яҡшы булыуын теләне.
Радий Хәбиров ҡаланың боронғо предприятиеларының береһе – Стәрлетамаҡ икмәк комбинатында ла булды. Быйыл ул 110 йыллығын билдәләй. Комбинат эсенә алты завод инә. Уларҙың һәр береһе айырым продукция етештереүгә махсус­лашҡан: ике икмәк-ҡалас, кондитер, сөхәри һәм перәник етеш­тереү яйға һалынған. Тауарҙар ике меңдән ашыу сауҙа нөктәһенә оҙатыла.
Предприятие йыл һайын ҡорамалдарын алмаштыра, матди-техник базаны яңыртып тора. Бында иң мөһиме – тауарҙың сифаты һәм халыҡ өсөн арзанлығы.
Алданған өлөшсөләр Стәрле­тамаҡта ла бар. Төбәк етәксеһе улар менән дә осрашыр өсөн ваҡыт тапты. “4-се А Көнбайыш” торлаҡ комплексының 2-се йортон “Өфө-Квартал” компанияһы биш йыл элек төҙөй башлаған һәм 2015 йылда уҡ тапшырырға тейеш булған. Әле объект 95 процентҡа әҙер, әммә уны тапшырыу өсөн төҙөүсе компания­ның 10-12 миллион һум аҡсаһы етмәй. Радий Фәрит улы төҙөү­селәрҙән йортто тапшы­рыуҙың аныҡ датаһын билдә­ләүҙе талап итте. Һөҙөмтәлә 1 октябрҙә хужалар яңы фатир алырға тейеш тип хәл ителде.
Шулай уҡ Радий Хәбиров “Иҫке ҡала” йәйәүлеләр биләмәһен ҡараны, Г.К. Жуков исемендәге паркта булып, уның төҙөклөгө менән ҡыҙыҡһынды.
Читайте нас: