Бөгөн Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "Экспортҡа оҙатыу ваҡыты" тигән халыҡ-ара форум башланды. Йыйындың маҡсаты – Башҡортостан эшҡыуарҙарына тауарын халыҡ-ара баҙарҙа һатыу өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыуҙа ярҙам итеү.
Сара йәнле башланды. Эшҡыуарҙар бөгөн донъя баҙарында үҙеңдең хыялыңды тормошҡа ашырыу, экспорт хеҙмәтләндереүенең, электрон коммерцияның үҙенсәлектәре һәм программалары менән танышты. Сит илдәрҙән килгән йүнселдәр үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашы.
– Был йыйын Башҡортостан өсөн ғәҙәти күренешкә әүерелә бара, – тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов. – Программаны эшләгәндә беҙ бөгөн экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе иҫәпкә алырға тырыштыҡ.