Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июль 2019, 22:35

Пальма майы ҡушылмаһа, ашап булырмы?

Ул аҙыҡтың сифатын төшөрә, һаулыҡҡа зыянлы, тиҙәр.

Фото: yandex.com
Фото: yandex.com
Пальма майына һалымға ташламаны бөтөрөргә кәрәк, тип белдерҙе Дәүләт Думаһы рәйесе В. Володин.
“Күп мөрәжәғәттәрҙе иҫәпкә алдыҡ. Халыҡ фекеренсә, пальма майы аҙыҡтың сифатын төшөрә һәм һаулыҡҡа зыянлы, – тине ул. – Шуға нигеҙләнеп, ташламаны бөтөрөргә уйлайбыҙ”.
Был льгота 2004 йылда балалар аҙығыныҡы менән бергә индерелгәйне.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, йыл башынан илебеҙгә 409 мең тоннанан ашыу пальма майы индерелгән. Рәсәйҙә ул һөт аҙыҡтары, атап әйткәндә, маргарин, ҡайһы бер аҡ майҙар, эремсек һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештергәндә киң ҡулланыла.
Читайте нас: