Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июль 2019, 05:00

Эшленең йәшәүе көйлө

Васыйылға ауылына килеп ингәс тә бында уңған, тырыш һәм эшһөйәр халыҡ йәшәгәнлеге күҙгә ташлана: ҡырсынташ түшәлгән урамдар таҙа, йорт-ихаталар тәрбиәле. Йорт алдарында еңел автомобилдәрҙең сит илдә етештерелгәнен дә, үҙебеҙҙекен дә осратырға була. Етмәһә, күп кенә ихатала тракторҙар, комбайндар, йөк машиналары ла күренгеләй. Тимәк, ауылда фермерҙар ҙа йәшәй.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Васыйылға ауылына килеп ингәс тә бында уңған, тырыш һәм эшһөйәр халыҡ йәшәгәнлеге күҙгә ташлана: ҡырсынташ түшәлгән урамдар таҙа, йорт-ихаталар тәрбиәле. Йорт алдарында еңел автомобилдәрҙең сит илдә етештерелгәнен дә, үҙебеҙҙекен дә осратырға була. Етмәһә, күп кенә ихатала тракторҙар, комбайндар, йөк машиналары ла күренгеләй. Тимәк, ауылда фермерҙар ҙа йәшәй.


– Бигүк көслө фермер булма­һам да эшмәкәрлегемдән ҡәнә­ғәтмен, сөнки яратҡан шөғөлөм миңә ниндәйҙер көс-дәрт бирә, – ти фермер Инзирә Радик ҡыҙы Юнысова. – Әлбиттә, ауылда тағы ла бер нисә фермер ер эшкәртә, мал аҫрай. Былай үҙ-ара дуҫтарса мөнәсәбәттәбеҙ, кәрәк булһа, һәр саҡ ярҙамға киләбеҙ.
Инзирә – Ҡыйғы районы ҡыҙы. Әммә Ҡырмыҫҡалы районында бухгалтер һөнәрен үҙләштергәс, йүнәлтмә буйынса Балаҡатай районының Васыйылға ауылына, ул осорҙа гөрләп эшләгән “Алағуҙ” совхозына бухгалтер булып эшкә урынлаша. Ошо ауыл егете Рөстәм Тайып улы менән танышып, сәстәрен сәскә бәй­ләйҙәр. Мөхәббәт емештәре булып өс балалары – Илфат, Ранис һәм Рания донъяға килә.
Инзирә Радик ҡыҙы оҙаҡ йылдар хужалыҡта тырышып эшләй, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙана, уның хеҙмәтен етәкселек тә йыш баһалай. Әммә илдә колхоз-совхоздар тарҡалып, күп кенә ауылдаштары кеүек, Инзирә лә эшһеҙ тороп ҡала. Бер минутҡа ла эшһеҙ тороп өйрәнмәгән тырыш ҡатын ире, туғандары менән кәңәшләшеп, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторорға ҡарар итә. Етмәһә, район етәкселеге лә уның был ниәтен хуплай ғына. Инзирә дәртләнеп 2015 йылда үҙ эшмәкәрлеген уңышлы ғына ойоштороп ебәрә.


– Ауыл хужалығында эшләгән кеше булараҡ был тармаҡтың нисек ауыр булыуын, күп көс талап иткәнен яҡшы аңлай инем. Әммә алдыма ҡуйған маҡсатымдан ситләшмәйенсә, мал аҫрауға тотондом, – ти фермер ҡатын. – Шөкөр, шәхси ихатабыҙҙа мал-тыуар ишле ине, ҡош-ҡортон да күпләп аҫраныҡ. Шуға ла ҡурҡытманы мине был тармаҡ.
Ире Рөстәм ҡатынына һәр яҡлап ярҙамлаша, уның тоғро ярҙамсыһы, хатта кәңәшсеһе лә. Үҙҙәренең тракторы ла була.
Дәүләттән бер миллион һумға яҡын аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшә ул. Бүленгән аҡсаға фермер тәүҙә 10-дан ашыу тоҡомло һыйыр малы һатып ала. Шәхси ихатаһында иркен ялан кәртә, ҡура төҙөп ултырта.
Бөгөн фермер 50-гә яҡын һыйыр малы тәрбиәләй, 20 башын һауып, көн һайын 600 килограмм аҡты Ҡыйғы районына тапшыра. “Һөт һауыу аппараттары булғас, һауын әллә ни ауыр түгел, – ти Инзирә. – Бар эште ирем менән бергәләп эшләргә өйрәнгәнбеҙ, ҡы­йынлыҡтарҙы ла икәү хәл итәбеҙ”.
Әйткәндәй, Юнысовтарҙың балалары ла йәйге каникулда бушты бушҡа ауҙарып йөрөмәй, мал аҙығы әҙер­ләшә. Күпләп ҡош-ҡорт аҫрап, көҙ уны аҡсаға әйләндерәләр. “Балалар бала саҡтан эш һөйөп үҫергә тейеш, ә эштең бер кемгә лә зыян килтергәне юҡ әле”, – ти улар.
Бынан тыш фермер 51 гектар ерҙе эшкәртә, тағы көтөүлеге лә бар. Малдарға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡты ла үҙҙәре хәстәрләй. Шуға ла яҙ һоло, күп йыллыҡ үләндәр, вика сәскәндәр.
– Ауылда ла бөгөн матур итеп йәшәргә була, тик тырышлыҡ ҡына булһын. Ә эш юҡ, аҡса эшләп булмай тигәндәргә баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрарға тәҡдим итер инем, – ти уңған ҡатын. – Киләсәктә мал һанын арттырып, күпләп ер эшкәртеү маҡсаты менән йәшәйем.
Читайте нас: