Ҡойоп яуһа, сафланыр ҙа китер был донъя...
Баймаҡ тарафтарына килеп инеү менән ялан-ҡырҙарҙа, болондарҙа үҫкән үләндәрҙең көйөп-яныуын күреп, ағас япраҡтарының ваҡытһыҙ һарғайыуын күҙәтеп, әлбиттә, бер аҙ кәйеф төштө. Әйтерһең дә, был яҡтарҙа көҙ хакимлыҡ итә, ә ысынында урамда йәмле йәй бит. Түҙеп торғоһоҙ эҫе, 35 градусҡа тиклем үк күтәрелгән һауа температураһы.
– Бындай көндәр беҙҙең тарафтарҙа ғәҙәти инде ул, былтыр ҡоролоҡ тип ҡурҡҡайныҡ, уныһы әллә ни булмаған икән, ә быйыл, ысынлап та, ҡоролоҡ янай, – ти Ишмырҙа ауылындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Радик Рәсүлев. – Баҫыуҙар уңышы менән әллә ни ҡыуандырмай, йүнләп буй еткермәгән арыш-арпа баҫыуынан ниндәй уңыш көтәһең инде. Яҫмалар йоҡа, бер “КамАЗ” йөк машинаһын тултырыу өсөн комбайнсы баҫыуҙы дүрт тапҡыр урай.
Ысынлап та, баҫыуҙарҙа ер ярылып ята, ямғыр был яҡтарҙа яҙғы сәсеүҙән һуң бөтөнләй булмаған икән. Июнь баштарында бер-ике тапҡыр ғына яуған ямғырҙың файҙаһы булмаған, шуға ла баҫыуҙарға ингән техника артынан саң борҡоп ҡала, нәҡ сүллекте хәтерләтә бөгөн баҫыуҙар.
– Ҡалайтаһың инде, көс түгеп үҫтергән арыш, арпаны йыйып алырға тура килә, әле сенажға, силосҡа һалабыҙ. Бер рәттән күп йыллыҡ үләндәрҙе лә сабып, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы наҡыҫ булмаһын өсөн тырышабыҙ, – ти Радик Ғәйнислам улы.
Хужалыҡ бөгөнгә 180 тонна бесән әҙерләп, ихатаға ташыған да инде. Сенаж иһә 350 тоннанан ашыу хәстәрләнгән. Ун көндән һуң борсаҡ сабыуға төшәсәктәр. Ауыл эшсәндәре бер мең гектарҙан ашыу пай ерҙәрен эшкәртә, 600 гектары иһә муниципаль ерҙәрҙе тәшкил итә.
Фермерҙың 380 баш һыйыр малы ике йәйге йәйләүҙә тотола, көн һайын бер мең тоннанан ашыу һөттө “Яковлевка” йәмғиәтенә тапшыралар. Йылҡы малы ла аҫрай фермер. Киләсәктә ҡымыҙ, ҡаҙылыҡ һәм ит етештереүҙе юлға һалырға уйлай уңған егет. Фермер әле 12 кешегә эш урыны булдырған, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, эш һөҙөмтәләренә ҡарап премиялар ҙа яҙыла. “Техника паркын яңыртыуға аҡса йәлләмәйбеҙ, сөнки ватылып ултырған трактор-комбайндар менән алға барып булмаясағын яҡшы аңлайбыҙ, – ти Радик Рәсүлев. – Тәбиғәт кенә беҙҙең тарафтарҙы иркәләтмәй, ямғырҙары менән ҡыуандырмай, әммә бирешергә түгел, тырышырға кәрәк”.
Республика, район агросәнәғәтенең лайыҡлы лидеры һаналған Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре лә төбәктә бесән әҙерләүҙе, сенаж һалыуҙы тәүгеләрҙән башлап, әле ураҡҡа төшөргә йыйына.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкләгән хужалыҡ сәсеү майҙандары структураһы буйынса районда иң эреләрҙән, ауыл эшсәндәре өс меңгә яҡын гектарҙы эшкәртә. Шуның 1700 гектарын иген культуралары, шул иҫәптән бойҙай – 500, арпа менән һоло 600-әр гектарҙы тәшкил итә. Бынан тыш, 660 гектарҙа бер йыллыҡ үлән, 300 гектарҙа рапс һәм 170 гектарҙа донник сәселгән.
Бөгөн 1300 гектарҙа сабылып, ихаталарға 10 мең центнерҙан ашыу хуш еҫле бесән ҡайтарылған. Ишле малға етерлек күләмдә сенаж һалынған, әле соҡорҙар 28 мең центнерға яҡын сенаж менән тулған.
Хужалыҡ етәкселегенең тармаҡҡа даими иғтибары, агроном, инженер хеҙмәттәренең үҙ участкаларындағы эште яҡшы ойоштороуы, йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡарыуы һөҙөмтәһендә һыналған коллективтың быйыл да көҙгө баҫыу эштәрен дәррәү атҡарып сығырына шик юк. Ашхана хеҙмәткәрҙәре ялан батырҙарын өс тапҡыр ҡайнар, тәмле аш-һыу менән тәьмин итә.
Бер үк ваҡытта производствоның башҡа участкаларында ла эш ойошҡан һәм әүҙем бара: һөт етештереү арта, ҡышҡылыҡҡа һөтсөлөк фермалары ремонтлана. Әйткәндәй, бында бер меңдән ашыу һыйыр малы аҫрала, көн һайын ете тонна һөт һауып алалар.
51 кеше эш урыны тапҡан, эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә юҡ түгел. Хеҙмәт хаҡының ваҡытында түләнеүе лә быға сәбәпсе. Йәштәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә лә хужалыҡ ярҙам ҡулы һуҙа, шуға ла, ололар менән бер рәттән, йәш белгестәр ҙә ҙур ихласлыҡ менән тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
– Тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итәбеҙ, әлбиттә, ямғыры ла яуыр, һәр ваҡыт былай бармаҫ донъялар, беҙҙе лә тәбиғәт үҙенең шифалы ямғыры менән ҡыуандырыр әле, өмөт итәйек, – ти хужалыҡ бригадиры Урал Әхмәтйәнов.