Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июль 2019, 16:56

Өс миллион тонна

Быйыл республика аграрийҙарына 1,7 миллион гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар (шуның 252 меңе – арыш, 48 меңе – шәкәр сөгөлдөрө, 396 меңе май культуралары) йыйып алыу бурысы тора.

Быйыл республика аграрийҙарына 1,7 миллион гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар (шуның 252 меңе – арыш, 48 меңе – шәкәр сөгөлдөрө, 396 меңе май культуралары) йыйып алыу бурысы тора.


Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов:

– Иген культуралары уңышы башҡа йылдағынан күберәк көтөлә – өс миллион тонна , – тине. – Ауыл эшсәндәре тағы 300 мең тонна көнбағыш, 50 – 60 тонна рапс һәм гәрсис йыйырға ниәтләнә. Уңышты һаҡлар өсөн республикала 2,5 миллион тонна һыйҙырышлы 37 элеватор эшләй. Ауыл хужалығы предприятиеларының ике миллион тонна һыйҙырышлы иген һаҡлағысы ла бар.


Тап шуға ла тармаҡ етәксеһе иген һатыуҙа ҡабаланмаҫҡа, үҫтерелгән уңыштың файҙаһын күрергә кәрәклеген белдерҙе.


Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: