Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2019, 13:00

Үҫтерелгән уңыштың файҙаһын күрәйек

Күгәрсен районында “Баҫыу көнө” үтте.

Күгәрсен районында “Баҫыу көнө” үтте.


“Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһы. Заман талаптары менән йәнәш атлай был коллектив. Уның уңышлы эшләүенең, республикала ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле хужалыҡтарҙың береһе булыуының сере шунда ла инде.


Бында юғары табышлы культу­ра­ларға өҫтөнлөк бирәләр. Мәҫә­лән, быйыл 104 гектарҙы гәрсис, 255 гектарҙы ҡышҡы шипкән биләй. Етен былтыр 100 гектарҙа сәселһә, быйыл уны 300 гектарға еткергән­дәр. Уларҙың бәрәңгеһен хатта Мәскәүҙән, Туланан, Ырымбурҙан юллап киләләр. Тап шуға ла был төбәккә ҡараған 11 район аграрий­ҙарының “Баҫыу көнө” “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһы ба­заһында үткәрелеүе осраҡлы түгел ине. Ҡара тупраҡҡа хөрмәт менән ҡараһаң, ҡәҙер итһәң, ул да үҙенең ихласлығын йәлләмәй. Тап шундай уй-ниәттәр менән эш иткән тәүә­кәндәр ер ҡәҙерен белә. Йәмғиәт­тең етәксеһе Урал Ибраһимов әйтеүенсә, бығаса яҡын-тирәләге ер­ҙәрҙе ҡуртымға алып эшкәрт­һәләр, хәҙер бөтөнләй үҙҙәренә рәсмиләштергәндәр. Бөгөн ойош­ма­ның 20 мең гектарҙан ашыу май­ҙаны бар. Шуның 17 меңен сәсеүлектәр биләй.


Хужалыҡта 2500 баш һыйыр, 380 баш йылҡы малы аҫрала. Бынан тыш, ҡош-ҡорт, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Барыһын да аҫрар өсөн ашлыҡ та, мал аҙығы ла мул талап ителә. Ҡыҫҡаһы, бүтәндәргә өлгө алырлыҡ тәжрибә етерлек бында.


Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вази­фаһын башҡарыусы, ауыл хужа­лығы министры Илшат Фәзрах­ма­нов “Баҫыу көнө”н асып, тармаҡ эш­сәндәрен алда торған яуаплы мәл менән ҡотланы, бурыстарҙы билдәләне, бер төркөм алдынғы­ларҙы бүләкләне.


– Быйыл иген культуралары уңы­шы башҡа йылдағынан күберәк кө­төлә – өс миллион тонна, – тине Ил­шат Илдус улы. – Ауыл эшсән­дәре тағы 300 мең тонна көнбағыш, 50 – 60 тонна рапс һәм гәрсис йы­йырға ниәтләнә. Уңышты һаҡлар өсөн республикала 2,5 миллион тон­на һыйҙырышлы 37 элеватор эш­ләй. Ауыл хужалығы предприя­тиеларының ике миллион тонна һый­ҙырышлы иген һаҡлағысы ла бар.


Тап шуға ла тармаҡ етәксеһе иген һатыуҙа ҡабаланмаҫҡа, үҫтерелгән уңыштың файҙаһын күрергә кәрәклеген белдерҙе.

– Әле игендең хаҡы арзан түгел. Ашлыҡты тулайым йыйыу буйынса алдынғыларҙан һаналған Краснодар, Ставрополь крайҙары ураҡты тамамланы. Әммә игенгә хаҡ төш­мәй. Элекке кимәлдә – былтыр­ғынан юғарыраҡ, – тип иҫкәртте ул.


Быйыл республика аграрий­ҙарына 1,7 миллион гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар (шуның 252 меңе – арыш, 48 меңе – шәкәр сөгөлдөрө, 396 меңе май культуралары) йыйып алыу бурысы тора.


Ауыл хужалығы ойошмаларында 3634 иген йыйыу комбайны иҫәпләнә. 2011 йылда республикала бер техникаға уртаса 550 гектар майҙан баҫыу тура килһә, бөгөн ул 470 гектар тәшкил итә (норматив – 350). Йыл аҙағына йәнә 90 яңы комбайн алынасаҡ, был көсөргә­неште бер аҙ кәметәсәк. Урып йыйыу эштәре 45 – 47 көндән тамамланыр тип көтөлә.


Сарала район башлыҡтары, ғалимдар, хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар тәүҙә ауыл хужалығы техни­каһы, культураларҙы эшкәртеү препараттары менән танышты, бел­гестәр улар хаҡында төплө мәғ­лүмәт бирҙе.


Һуңынан сара баҫыуҙа дауам итте. Быйыл семинар тәүге тапҡыр ужым культураларына бағышлан­ды. Иген, техник культуралар, бәрәңге үҫтерелгән баҫыуҙарҙы, тәжрибә участкаларын ҡаранылар.


Илшат Илдус улы журналис­тарға ҡоролоҡтан ҡайһы бер район­дарҙа сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы, шуға бәйле дүрт төбәктә ғәҙәттән тыш хәл индереләсәге хаҡында белдерҙе. “Быйыл ужымға ҡарағанда яҙғы культураларҙың уңышы һиҙелерлек һәйбәт”, – тине ул.


Бына сараның иң тулҡын­ландырғыс мәле етте – ураҡҡа төшөүгә старт бирелде. Шуны ғына көткән баҫыу караптары алға ынтылды... Хәйерле сәғәттә, игенсе!


Күгәрсен районы.


Хәлил САФИН,

ауыл хужалығы фәндәре

докторы, профессор:


– Аграр тармаҡта тир түк­кәндәр өсөн бындай сараларҙың әһәмиәте иҫ киткес ҙур. Бөтә үҫентеләр бер урынға туплан­ған. Был баҫыу эшсәндәренә үтә ҡулайлы. Һәр кем, төбәгенә, мөм­кинселегенә ҡарап, ниндәй культура менән шөғөлләнһә, файҙалыраҡ булыр ине, тигән һығымта яһаясаҡ һәм артабан ошо йүнәлештә эшләйәсәк. Ға­лимдарҙың сығыштары бик фай­ҙалы булды. Былар киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.
Читайте нас: