Капиталь ремонт буйынса төбәк операторының дәүләт фондындағы закон боҙоуҙары 1,5 миллиард һумға барып баҫҡан. Тикшереү барышында ведомство етәксеһенең һәм уның ете урынбаҫарының эштән бушатылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Элекке етәкселектең эшмәкәрлегенә баһа биргәндән һуң операторҙың бөлгөнлөккә төшөүен булдырмау өсөн план ҡабул ителде. Кредиторлыҡ бурысын кәметеү маҡсатында саралар күрелде. Әлеге ваҡытта бурысты ике тапҡырға кәметә алғандар. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, “әгәр ҙә беҙ һәр һумдың нисек тотоноуын иғтибар менән күҙалламаһаҡ, республика тейешле кимәлдә үҫешә алмаясаҡ”.