"Россельхознадзор" 10 августан Ҡытайҙан Рәсәйгә груша һәм персик индереүҙе тыйҙы. Был исемлеккә шулай уҡ нектарин, абрикос ,алыча, слива, сейә, черешня, алма һәм айва ла инә. Сәбәбе – беҙгә тигән емеш-еләк һаулыҡ өсөн хәүефле биналарҙан оҙатылған.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Ҡытайҙың теләһә ниндәй провинцияһынан тауар беҙгә бер ниндәй сикләүһеҙ килгән. Әйткәндәй, Ҡытай Рәсәйгә иң күп үҫемлек продукцияһы индергән дәүләттәрҙең береһе. Беҙгә унан йыл һайын 900 мең тоннанан ашыу үҫемлек продукцияһы, шул иҫәптән 180 мең тоннанан күберәк – цитрус, 190 мең тонаннанан ашыу алма, груша, слива, нектарин, абрикос, персик килгән.