Йәй айының аяҙ бер көнө йылды туйҙырғанын “Урожай” крәҫтиән хужалығы эшсәндәре яҡшы аңлай. Улар, йылдың-йылы етерлек аҙыҡ запасы әҙерләп, ҡышты тыныс күңел менән ҡаршылай.
Иркен баҫыу яланының бер осонан икенсе яғына туҡтап та тормай ҡыҙыу йөрөгән техниканың нисек эшләгәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Улар сенаж әҙерләү менән мәшғүл. Бер йыллыҡ ҡатнаш массаны сапҡыстар тағылған ике “Беларусь” тракторында Урал Йәғәфәров менән Нәзир Шәрипов сабып барһа, Вячеслав Баранов “Полесье” комбайнында ваҡланған йәшел массаны бер-береһен өҙлөкһөҙ алмаштырып торған “КамАЗ”дарға тейәй. Бөртөгөн дә әрәм-шәрәм итмәй, эшен еренә еткереп башҡарған егеттәр үҙ-үҙҙәренән ҡәнәғәт. Оҙаҡ йылдар ҡеүәтле “КамАЗ”ды йүгәнләгән Флүр Насретдинов өсөн был баҫыуҙарҙы иңләп йөрөү – үҙе бер ҡыуаныс. Ә инде үлән Байымбәт ауылы фермаһындағы махсус соҡорға килтерелеп бушатылғас, “Т-130” тракторында Вилүр Ғайсаров, “Т-150”-лә Рифҡәт Кәримов уны тапатып, тейешле шартына килтереп ҡуялар.
“Урожай”ҙар Березовка фермаһы эргәһендәге 1500 тонна һыйҙырышлы һәм Яугилде ауылындағы сенаж соҡорон тултырып ябып ҡуйған да инде. Эш ошолай дәррәү барһа, бер нисә көндән быныһын да тултырасаҡтар. Бесән дә әҙерләйҙәр, күпселеге өйөлөп ҡуйылған да инде. Егеттәр эшкә етди ҡарағас, эш тә ырамлы бара.
Йәй ғүмере ҡыҫҡа, дөйөм тырышлыҡ менән ҡышҡылыҡҡа тигән мал аҙығының күпселек өлөшөн әҙерләгән “Урожай” КХ-һы эшсәндәренә “афарин” тиергә генә ҡала.