Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2019, 13:15

Ерегеҙҙән бәрәкәт китмәһен

Ҡояш нурында алтынһыу төҫкә ингән иркен яландар. Борсаҡ, арыш баҫыуҙары баш ҡоҫҡан. Ус аяһындай буш ятҡан сәсеүлектәрҙе күрмәҫһең бында. Был яҡтарҙа баҫыу ҡәҙерен белгән, уның бәрәкәтен аңлаған ысын ер эшсәндәре йәшәй. “Россия” тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры Рәфил Ғүмәров оҙатыуында хужалыҡ баҫыуҙары менән танышып йөрөүебеҙ.

Бында хеҙмәт кешеһе хаҡында хәстәрлек күрәләр.


Ҡояш нурында алтынһыу төҫкә ингән иркен яландар. Борсаҡ, арыш баҫыуҙары баш ҡоҫҡан. Ус аяһындай буш ятҡан сәсеүлектәрҙе күрмәҫһең бында. Был яҡтарҙа баҫыу ҡәҙерен белгән, уның бәрәкәтен аңлаған ысын ер эшсәндәре йәшәй. “Россия” тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры Рәфил Ғүмәров оҙатыуында хужалыҡ баҫыуҙары менән танышып йөрөүебеҙ.


Үҙ ғүмерен тотошлайы менән иген үҫтереүгә, тос башаҡтарҙы йылдан-йыл һәлмәгерәк итергә ынтылған һәр кем шатлыҡлы минуттар кисерә был көндәрҙә. Эйе, быйылғы миҙгел иркәләтмәне игенселәрҙе. Яҙҙың һалҡын килеүе, ямғырҙарының да инәлтеп кенә һибәләүе, бәлки, көткән өмөттө аҡламаҫ. Шулай ҙа уңышһыҙлыҡта тәбиғәт шарттарын, заман үҙгәрештәрен, төрлө ҡыйралыштарҙы сәбәп итеү хас түгел дүртөйлөләргә. Тырышлыҡ, эшкә бирелгәнлек, берҙәмлек, баҫыусылыҡ менән малсылыҡты ла тигеҙ алып барыу һөҙөмтәләре менән алдыралар бында.


Етәксе әйтеүенсә, хужалыҡҡа биш ауыл ҡарай. Яландар иркен. Өйҙә ятып йә сит урында йөрөп кенә йәмғиәтте алға сығарыу, юғары күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгел. Тап шуға ла “тимер ат”ында көнөнә 300 километр ер үтергә тура килә уға. Әле көтөүлектәрҙе, әле баҫыуҙарҙы ҡарарға кәрәк. Теге йәки был мәсьәләнең уңышлы хәл ителеүе өсөн төрлө юғары урындарҙа ишек шаҡырға ла тура килә. Бөгөн “Россия” тоҡомсолоҡ заводының республикала алдынғы хужалыҡтарҙың береһе булыуының төп сере шундалыр, бәлки.


Уңышты үҫтереү генә түгел, уны ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алыу маҡсаты ҡуйылған ауыл эшсәндәренә. Хужалыҡта татыу коллектив тупланған, һәм мул уңыш алыу өсөн хеҙмәт йыл әйләнәһенә дауам итә. Техника ваҡытында ремонтлана, агротехник саралар үҙ мәлендә башҡарыла. Баш агроном Айҙар Фазылов, баш энергетик Рәфис Нәбиев, баш инженер Илгиз Хәмәҙуллин, техника йүнәтеү оҫтаһы Таһир Вәлитовтар бер үк хәстәр менән йәшәй.


– Йәмғиәттең 4 мең 584 гектар һөрөнтө ере булһа, шуның 3 мең 14 гектарына иген культуралары сәселгән. 1 мең 200 гектарын ужым тәшкил итһә, 620 гектар майҙанды – бойҙай, 600-өн – борсаҡ, йәнә шул сама ерҙе арпа биләй. Ураҡ һәйбәт бара, – тип һүҙен дауам итте Рәфил Нәзип улы.


(Башы 1-се биттә).


Бына баҫыуға ла килеп еттек. Фидүс Гәрәев, Наил Сәхәүетдинов, Линар Рәхимйәнов, Илназ Ғилем­ханов, Азамат Зәкиевтәр береһенән-береһе ярышып тигәндәй борсаҡ һуғалар.


Сер түгел: күп хужалыҡтарҙа кадрҙар етмәүгә, йәштәр килмәүгә зарланалар, булғандары ла өлкәндәр. Ә бына “Россия”ла бөтәһе лә йәштәр булыуына һоҡландыҡ. “Дон” комбайнын ауыҙлыҡлаған егет менән танышабыҙ. Линар Рәхимйәнов булып сыҡты ул. Уға 21 йәш, ғәскәри бурысын үтәп ҡайтҡас, ике лә уйлап тормай ауылда ҡалған. Бығаса һөнәрселек училищеһында механизатор һөнәрен алған Линарға ҙур ышаныс менән “Дон” штурвалын тотторғандар.


– Эшем оҡшай. Комбайн руле артына ултырыуым була, күңелдә әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәр уяна, – ти ул.


Ә бына Наил Сәхәүетдинов хужалыҡта етенсе йыл тир түгә. Элегерәк Уренгойҙа вахта ысулы менән эшләгән.


– Себер тигәс тә, унда ла аҡсаны өйөп бирмәйҙәр. Үҙ ереңдә йәшәүгә етмәй. Кешесә эшләргә, ял итергә лә мөмкин.


– Эш хаҡы нисек? – тип ҡыҙыҡ­һынғас, егеттәр бер-береһенә ҡара­шып:

– Яҡшы, – тине.


Ул арала баҫыуға баш инженер Илгиз Хәмәҙуллин килеп етте. Техника нисек эшләй? Ярҙам кәрәк­мәйме? Егеттәр менән әңгәмәләшеп, эштәре менән ҡыҙыҡ­һынып, кәңәш­тәрен бирҙе.


Баҫыу уңғандары менән хушлашып, юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Ауылда йәштәрҙең төпләнеүе, хужалыҡта белгестәрҙең күп булыуының сере менән ҡыҙыҡһынам Рәфил Нәзип улынан.


– Бының бер сере лә юҡ, – ти етәксе. – Тырышлыҡҡа, әлбиттә, матди дәртләндереү өҫтәлһә, игенсе үҙен ерҙә ышаныслы тоя. Беҙҙә ябай хеҙмәт кешеһе хаҡында етди хәстәрлек күрелә. Эш хаҡы һәйбәт. Ауылда социаль проблемалар тулыһынса хәл ителгән. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй, социаль көнкүреш объекттары төҙөлә. Сәнғәт йондоҙҙарын йыш саҡырабыҙ. Баҫыуҙар матур ғына булып өлгөргән икән, бында бөтә коллективтың берҙәм хеҙмәт емеше бар.


– Ерегеҙҙән бәрәкәт китмәһен! – тип хушлаштыҡ Дүртөйлө уңғандары менән.


Дүртөйлө районы.
Читайте нас: