Иҡтисад
7 Августа 2019, 09:49

Бесән өҫтө

Хужалыҡ районда алдын­ғылар иҫәбендә, бында үҫем­лек­селек менән бер рәттән мал­сылыҡ та ныҡлы үҫешкән. Йылҡысылыҡ тармағына ла йөҙ бороп, уны артабан үҫтерергә күҙаллай Салауат Таһир улы.

Йоҡлап ята торған мәл түгел...


– Күп кенә төбәктәрҙә ҡоролоҡ арҡаһында бесән әҙерләү ауыр барһа, беҙҙә үлән күпереп үҫкән, яҫмалары ҡалын, әле бөтә көстө мал аҙығы хәстәрләүгә йүнәлткәнбеҙ, – ти Асҡын районының Урманкүл ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Салауат Вәлиев. – Шөкөр, ихаталарға көн дә шифалы һәм һутлы бесән ҡайтарабыҙ, ике йылға етерлек итеп әҙерләү бурысы менән йәшәйбеҙ.


Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре 250 тонна бесән әҙерләп, ихата­лар­ға ҡайтарған да инде. Егеттәр бынан тыш көҙгө муллыҡты йыйып алыуға ла әҙерләнә, комбайндар ремонтлана, алмаш час­тар хәстәрләнә. Әйткәндәй, хеҙмәткәр­ҙәр йылы аш менән тәьмин ителгән.
Хужалыҡ районда алдын­ғылар иҫәбендә, бында үҫем­лек­селек менән бер рәттән мал­сылыҡ та ныҡлы үҫешкән. Йылҡысылыҡ тармағына ла йөҙ бороп, уны артабан үҫтерергә күҙаллай Салауат Таһир улы.
Әйткәндәй, бөгөн фермерҙың 75 баш йылҡыһы бар, бейәләр күпләп ҡолонлаған. Йылҡы малын фермер, нигеҙҙә, ит өсөн аҫрай, йылына 15-ләбен һатып, хужалыҡ ҡаҙнаһын тулыландыра. Малды тереләй көйөнсә лә һатып ебәрә, күбеһенсә, күмәр­тәләп һатып алыусылар менән уңайлы килешеүҙәр төҙөгән, үҙенең һатып алыусылары барлыҡҡа килгән.
Салауат Вәлиев 500-гә яҡын гектарҙа үҫемлекселек менән шөғөлләнә, яҙ һоло, бойҙай, арпа, борсаҡ, арыш, күп йыллыҡ үләндәр сәсеп, көҙ баҫыуҙарҙан мул уңыш алыуға иҫәп тота. Уҙаман, киләсәктә ауылдаш­тарының 600 гектарға яҡын пай ерҙәрен дә эшкәртергә уйлап, әле һәр кем менән һөйләшеүҙәр алып бара.
Һөтсөлөк фермаларында 60-ҡа яҡын һыйыр малы аҫрала, көтөүлек йәш таналар менән тулыландырып торола. Тик фермер киләсәктә һыйыр малын бөтөнләй бөтөрөп, йылҡы малын үрсетергә, ер майҙанын арттырырға уйлай. Йылҡы малы һанын арттырып, эшмәкәрлеге уңай ғына барһа, ҡымыҙ бешеп, ҡаҙылыҡ етештерергә хыяллана.
Бөгөн ул 20 баш һыйыр һауып, 300 килограмм һөттө Асҡындағы шәхси эшҡыуар Илнур Ғәлләмшинға тапшыра. Һөт һатыуҙан килгән табышҡа фермер хужалығын нығыта, хеҙмәт хаҡы түләй. Үҫемлекселек менән шөғөлләнгәс, техника паркын йыл һайын яңыртып тора, әле баҫыу-туғайлыҡтарҙы сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы иңләй.
– Дәүләт алдында бер нин­дәй бурысыбыҙ ҙа юҡ, кредит та алмаҫҡа тырышабыҙ. Бар­лыҡ эштәрҙе үҙе­беҙҙең көс һәм аҡса менән башҡарырға күнек­кәнбеҙ, хатта башҡа фермер­ҙарға ла йыш ҡына ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, – ти уңған етәксе.

Салауат Вәлиев ете кешене килешеү буйынса эшкә урын­лаш­тырған, ҡыҙыу осорҙа иһә уларҙың һаны арта икән. Эш хаҡын ваҡытында һәм тот­ҡарлыҡһыҙ түләй, шуға ла һәр кем бында тырышлыҡ һалып, ихлас хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.


Асҡын районы.
Читайте нас