“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың федераль фонды беҙҙең ғаризаны раҫланы... Уңышлы эштәре өсөн республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан коллегаларға рәхмәт. Тағы бер тапҡыр бөтәгеҙҙең дә хәтеренә төшөрәм – беҙ элегерәк бик күп федераль аҡсаларҙы алып бөтмәгәнбеҙ. Йышыраҡ һәм ҙурыраҡ суммаларға ғаризалар тапшырырға кәрәк. Беҙҙә яҡланған проекттар бар, беҙ документтар менән, республика халҡы мәнфәғәте өсөн сифатлы эшләй беләбеҙ. “Мәскәүҙән аҡса алмаясаҡбыҙ, сөнки улар өсөн отчет бирергә кәрәк” тигән позиция мине ҡәнәғәтләндермәй”, – тип яҙып сыҡты ул.