“Бал да, мал да, икмәк тә бар, бөтәһе лә – яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәт емеше”
Республикабыҙҙың төньяҡ “ҡапҡаһы” ул – Яңауыл. Пермь крайы, Удмурт Республикаһы менән сиктәш райондың тарихы ла үҙенсәлекле. Уның хаҡында тәүге тапҡыр ХVII быуаттың урталарында йылъяҙмала иҫкә алынһа ла, райондың үҫешен, һис һүҙһеҙ, ХХ быуат билдәләй. Ҡазан – Екатеринбург тимер юлының төҙөлөүе уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп, биләмәгә яңы эш урындары, цивилизация, үҫеш алып килә. Яңауыл станцияһы Горький тимер юлында иң эре үҙәк станцияһына әүерелә. Үткән быуаттың 50-се йылдарында нефть һәм газ сығарыу сәнәғәте үҫеше һөҙөмтәһендә эшселәр ҡасабаһы төньяҡ биләмәлә иң ҡеүәтле төбәккә әйләнде.
Нефтселәр ҡалаһы ул – Яңауыл. Эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән, торлаҡ төҙөү буйынса республикала алдынғыларҙың бишәүһе рәтенә ингән, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа “йәшел ут” ҡабыҙылған район агросәнәғәт комплексының ырамлы аҙымдары менән хаҡлы ғорурлана ала.
Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов әйтеүенсә, “беҙҙә бал да, мал да, икмәк тә бар, бөтә уңыштарыбыҙ ҙа – маҡтауға лайыҡлы яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәт емеше”. Алты Социалистик Хеҙмәт Геройы, өс Советтар Союзы Геройы биргән төбәк бөгөн ниндәй үрҙәр яуларға ынтыла, ил Президентының милли проекттар буйынса ҡуйылған бурыстарын нисек үтәй? Районды оҙаҡ йылдар етәкләгән, яҡташтарының тормош шарттарын яҡшыртыу, төбәкте алдынғылар сафына сығарыу өсөн белемен, тәжрибәһен, тырышлығын һалған абруйлы етәксе Илшат Вәзиғәтов беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
– Илшат Әғзәм улы, Яңауыл районының республикабыҙҙа егәрле, алдынғы төбәктәрҙең береһе икәнен яҡшы беләбеҙ. Ғорурланаһы эштәрегеҙ ҙә, һоҡланырлыҡ кешеләрегеҙ ҙә етерлек. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы һеҙгә байтаҡ проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар аҙ булмағандыр?
– Хатта беҙгә, башҡа райондарға ҡарағанда, “өлөш”төң ҙурырағы эләккәндер әле. Республикабыҙҙың оло юбилейы айҡанлы иғлан ителгән проекттарға ярашлы, өс мөһим объектты төҙөүгә ҙур аҡса бүленде. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа инде. 100 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Икенсе объект та социаль әһәмиәтле – ҡалабыҙҙы йәмләп ултырасаҡ мөһабәт коррекцион мәктәп. Күптән көтә инек ошондай бөтә уңайлыҡтары, спорт майҙандары булған уҡыу йортон. Өсөнсөһө – яңауылдарҙың тормош сифатына туранан-тура тәьҫир иткән мөһим объект – Киҫәкҡайын һыу алыу урынынан III күтәрелеш насос станцияһына тиклемге һыу үткәргесте үҙгәртеп ҡороу. Әле эш күләме 90 процентҡа үтәлгән. Юбилей йылында Йәштәр һарайы ла ремонттан һуң яңы төҫ алды, “Нефтсе” кинотеатры ишектәрен асты.
– Заманында һеҙҙең биләмәлә нефть һәм газ сығарыу буйынса өс идаралыҡ ең һыҙғанып эшләне. Уларҙы Нефтекамаға күсергәс, тормошоғоҙ күңелһеҙләнеп, яланғасланып ҡалғандай тойолғандыр, әлбиттә. Һалым да, табыш та, эш урындары ла кәмене тигән һүҙ бит. “Депрессия”нан нисек сыҡтығыҙ?
– Ысынлап та, анһат булманы. Райондың иҡтисадында ла, халыҡтың кәйефендә лә был хәл сағылыш тапты. Идаралыҡтар эргәһендәге алты сервис предприятиеһы ла беҙҙән китте, күптәр эшһеҙ ҡалды, ҡаҙнаға һалымдар кәмене. Хәйер, бының кеүек ҡатмарлыҡтар төбәк, республика тарихында аҙ булдымы ни?
2016 йылда бер быуатлыҡ юбилейын үткәргән Яңауыл үҙәк тимер юл станцияһы элек төбәктең иҡтисадын нығытыуға ҙур өлөш индерҙе. Нефтселәр ҡалабыҙҙы үҫтерҙе, балҡытты, юлдар һалды.
Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән старт алған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур теләк менән тотондоҡ. “Башҡорт ихаталары”, “Тыуған урам”, подъездарҙы ремонтлау программалары яңауылдарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә. Төрлө тарафтарҙан килгән поездарҙы мөһабәт тимер юл вокзалыбыҙ ҡаршы алып, оҙатып тора. Ул төҙөклөгө, уңайлылығы, матурлығы менән күптәрҙе көнләштерерлек. Тимер юл ҡалабыҙҙы икегә ярып үткәнгә күрә, халыҡҡа уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн юл өҫтөнән төҙөлгән иҫке күпер урынына яңыһын төҙөү ҡаралған. 226 миллион һумға төшәсәк, ябыҡ рәүештәге, хәрәкәте сикләнгән кешеләр өсөн дә яйлы, заманса күпер ҡала тормошона өр-яңы һулыш өҫтәр, тип өмөтләнәбеҙ. Бөтә сығымдарҙы “Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәте үҙ өҫтөнә ала.
– Вокзалды беҙ, ғәҙәттә, халыҡ ҡымжып йөрөгән, күңелһеҙ, йәмһеҙ урын тип күҙ алдына килтерергә күнеккәнбеҙ. Һеҙҙә ул районығыҙҙың йөҙөк ҡашына әүерелгән. Тимер юлдың 100 йыллығын ҡаршылап, ниндәй матур скверға нигеҙ һалғанһығыҙ, һоҡланып туйғыһыҙ...
– Уның яңауылдарҙың яратып йөрөр урынына әйләнеүе бик тә ихтимал. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына районыбыҙҙың хәрби тимер юлсылары исемен мәңгеләштереү маҡсатында һәйкәл ҡуйыу теләге менән янабыҙ. Бынан 10-15 йыл элек беҙҙә булып киткән кеше хәҙер уның биләмәһен танымаясаҡ та, элекке иҫке барактар урынына заманса йорттар һалынды, тимер юл менән бергә беҙ ҙә үҫтек, уның еле менән мәҙәниәт, цивилизация килде. Яңауылда юғары мәҙәниле, тәртип, матурлыҡ һөйөүсән халыҡ йәшәй тиһәм, бер ҙә яңылышмам.
– Алдағы йылдарҙа ниндәй ҙур эштәргә тотонмаҡсыһығыҙ?
– Беҙҙә автомобиль юлдары оҙонлоғо буйынса республикала дүртенсе урынды алып тора. Автомобиль селтәренең ҙурлығы һәйбәт, әммә уны тәрбиәләү күп көс һәм сығым талап итә. Ауыр техниканың күп йөрөүе юлдарҙы вата-емерә, шуға күрә даими рәүештә төҙөкләндереп торорға кәрәк. Юлдарҙың ҡырҡ проценты ғына асфальтланған булыуын иҫәпкә алһаҡ, алда күпме эш тороуын аңларға була. Ауыл юлдары айырыуса ҙур иғтибар талап итә. Өҫтәүенә газ үткәреү эшен йәнләндерәһе бар.
Төбәкте яңы иҡтисади һәм социаль үҫеш юлына сығарырға ярҙам иткән милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу көндәлек бурыстар рәтендә. Шуларҙың бер нисәһе – Яңауыл үҙәк дауаханаһының тәүге ҡан тамырҙары һәм поликлиника бүлексәһен яңы медицина ҡорамалдары менән байытыу, ҡала паркындағы фонтанды һәм тирә-яғын үҙгәртеп ҡороу, вело-роллер юлын төҙөү, һабантуй үткәреү зонаһын төҙөкләндереү, Иткенәй ауылында сүп-сарҙы сортҡа айырыу комплексы төҙөү.
– Һеҙҙә көслө ауыл хужалығы предприятиеларына ҡытлыҡ юҡ. Ә инвесторҙарға?
– Быйыл беҙҙең районға яңы инвестор – “ИТС-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте килде. Ул 2500 баш һыйырға иҫәпләнгән эре һөт фермаһы комплексы проектын тормошҡа ашырасаҡ. Финанс күләме – бер миллиард һум! Табыш алыу менән бергә күпме эш урыны булдырыласаҡ, бюджетҡа байтаҡ һалым инәсәк тигән һүҙ.
“Победа” йәмғиәтенең һөт заводы тулыһынса үҙ сеймалында эшләй, тәүлегенә 20-25 тонна продукция етештерә. Һеҙ Пермь өлкәһендәге Куеда ит комбинатының уңышлы аҙымдары хаҡында хәбәрҙарһығыҙҙыр. Беҙҙең республикала ла уның продукцияһына һорау ҙур. Ә бит күршеләрҙең уңышына беҙҙең Мичурин йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре, сусҡа ите һатып, үҙенең ҙур өлөшөн индерә. Ара ни бары 20 саҡрым булғас, хеҙмәттәшлек итеү ике яҡ өсөн дә уңайлы.
– Илшат Әғзәм улы, ниндәй генә үрҙәр яулаһағыҙ ҙа, ниндәй генә мул табыш алыуға өлгәшһәгеҙ ҙә, иң ҙур капитал һеҙҙең өсөн – ер кешеләре...
– Эйе, Яңауыл районы – төрлө милләт һәм дин кешеләре берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәгән үҙенсәлекле төбәк. Социаль селтәрҙәр аша ла һәр кемдең тигәндәй тын алышын, һулышын һиҙеп-тойоп торабыҙ, дәғүәләр булһа, ваҡытында хәл итергә тырышабыҙ, рәхмәт һүҙҙәре ишетелһә, беҙҙең дә баштарыбыҙ күккә тейгәндәй, күңел дә үҫеп киткәндәй тойола.