Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов республикала техника алыу һәм яңыртыу өсөн дәүләт ярҙамы сараларын әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы.
Ауыл эшсәндәренең күбеһе “Росагролизинг”тың ташламалы программалары барлығын белмәй. Уның шарты: тәүге иғәнә индереү кәрәкмәй, түләүҙең алты айы кисектерелә.
Министр урынбаҫары ошо мәсьәлә менән шөғөлләнгән район белгестәренә әүҙем булырға, бындай программалар хаҡында ауыл хужалығы етештереүселәре араһында аңлатыу эштәре алып барырға саҡырҙы.