Республика етәксеһе Радий Хәбиров Указына ярашлы, 16 августан Баҡалы районының Камай ауылында ҡотороу ауырыуы буйынса карантин индерелгән.
Ошоға бәйле ауылдағы хайуандарҙы һатыу һәм сығарыу тыйыла. Бары тик карантин ғәмәлдән сығарыу тураһындағы указ баҫылғандан һуң ғына малдар менән ирекле эш итеүгә яңынан рөхсәт ителәсәк.
Ауырыу сәбәбен Башҡортостандың ветеринария идаралығы асыҡлаясаҡ.
Ҡотороу –медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелмәгән осраҡта, үлемгә килтергән йоғошло ауырыу. Сир нервы системаһын зарарлай һәм кешелә һыуҙан ҡурҡыу, бөтә нәмәнән хәүефләнеү тойғоһо уята. Уның менән ҡырағай хайуандар, шулай уҡ эт, бесәй, һыйыр, йылҡы малы ауырый. Кеше лә сирләргә мөмкин. Вирус хайуан тешләгән, тырнаған саҡта, төкөрөк аша күсә.
Был сирҙән һаҡланыу саралары:
• йорт хайуандарына билдәләнгән прививкаларҙы яһатығыҙ;
• уларҙа үҙгәреш һиҙһәгеҙ, йәрәхәтләнеүен йәки сәбәпһеҙ үлемен күрһәгеҙ, мотлаҡ ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ;
• балағыҙҙы ҡырағай хайуандар һәм ҡарауһыҙ йөрөгән эт, бесәй менән уйнауҙан тыйығыҙ;
• урманда, дачала, урамда эйәһеҙ йөрөгән эт-бесәйҙе алырға уйлаһағыҙ, ветеринар врач менән кәңәшләшегеҙ, ҡотороуға ҡаршы прививка эшләтегеҙ;
• тешләгән йәки тырнаған хайуандан ҡотолорға ашыҡмағыҙ, ул 10 көн дауамында күҙәтеү аҫтында булырға тейеш;
• эт тешләгән осраҡта яраны 15 минут ағын һыуҙа йыуығыҙ һәм уның тирәһен 5 процентлы йод менән эшкәртегеҙ ҙә медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡотороуға ҡаршы прививка эшләтеү һәм тәүге стадияла дауалана башлау ғына сирҙән ҡотолорға ярҙам итә.