Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Август 2019, 19:19

“Беҙ беренсе булырға тырышасаҡбыҙ”

Был ауыр мәсьәлә, әммә яныңда ярышырҙай кешеләр булғанда - мөмкин.

Олег Яровиков фотолары.
Олег Яровиков фотолары.
“Һөт иле-2019” фестивале барышында ойошторолған “Эшлекле иртәнге аш”та һөйләшеү һөт етештереү тармағы, уның уңыштары, хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында барҙы.
Сарала Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, федераль һәм төбәк агрохолдингы, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре етәкселәре, эксперттар ҡатнашты.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙең береһе булыуын билдәләне. Мәҫәлән, былтыр беҙҙә 1,65 миллион тонна һөт алынған. Һөҙөмтәлә был йәһәттән илдә икенсе урындабыҙ.
“Беҙҙең команда етди эшләргә ниәт тота, икенсе урында туҡтап ҡалырға теләмәйбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Был ауыр мәсьәлә, әммә яныңда ярышырҙай кешеләр булғанда, яҡшы күренеш. Шуға ла беҙ беренсе урынға сығырға тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар”.
Радий Фәрит улы шулай уҡ республикала инвестициялар күләме үҫеүен билдәләне. Тәүге ярты йыллыҡ буйынса ул 113,6 процент тәшкил иткән. Республикала һуңғы өс йылда тәү тапҡыр ыңғай үҫеш күрһәткесе был. Ул агросәнәғәт комплексында эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле.
Читайте нас: